Обычный вид

Яңылыҡтар

27.02.2019 17:46:00

Радий Хәбиров һәм Урал тау-металлургия компанияһы етәксеһе Сибай халҡы менән осрашты

27 февралдә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм  Урал тау-металлургия компанияһы етәксеһе Андрей Козицын Сибай халҡы менән осрашты. Улар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы карьерында килеп тыуған техноген һәләкәтте бөтөрөү буйынса алып барылған эштәр менән таныштырҙы, ҡала халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Осрашыу алдынан Радий Хәбиров менән Андрей Козицын карьерҙа булды, эш барышы менән танышты.

–Карьерҙы һыу менән тултырыу буйынса алып барылған эштәр һөҙөмтәле булыр тип ышанам. Эштәр алдан билдәләнгән графикка ярашлы атҡарылыуын талап итәм, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ Сибайҙағы хәлде, халыҡтың борсолоуын яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла бөтә Сибай халҡына түҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙе был мәсьәлә менән яңғыҙ ҡалдырманыҡ һәм ҡалдырмаясаҡбыҙ ҙа.

Андрей Козицын әйтеүенсә, карьерҙы һыу менән тултырыу эше дауам итә. Көн һайын карьерға 10 мең куб метр һыу ағыҙыла. Проектҡа ярашлы эштәр 26 мартта тамамланырға тейеш.

Урындағы халыҡ ошондай хәл яңынан ҡабатланмаһын өсөн карьерҙы бөтөнләй ябыу мәсьәләһен күтәрҙе.

–Фәнни нигеҙҙә раҫланһа, проект институттары хуплаһа, шахта эшен туҡтатыу-туҡтатмау тураһында аныҡ аңлау буласаҡ, –тине Радий Хәбиров, – Әгәр ҙә кәрәк икән, шахтаның эшен тулыһынса туҡтатасаҡбыҙ.

Осрашыу барышында «Сибай, тын ал!»төркөмө активистары ҡала халҡының сәләмәтлегенә килгән зарар өсөн аҡсалата компенсация түләү мәсьәләһен күтәрҙе. Андрей Козицын бындай һорау бары тик суд ҡарары менән хәл ителә ала тине.

Шул уҡ ваҡытты, республика етәксеһе әйтеүенсә, Урал тау-металлургия компанияһы Сибайға 200 млн һум күләмендә өҫтмә аҡса бүләсәк. Был сумманы нимәгә йүнәлтергә кәрәклеген ҡала халҡы хәл итәсәк.

 

 




ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter