Обычный вид

Яңылыҡтар

03.03.2019 15:58:00

«Өфө» футбол клубы «Динамо» менән осрашты

3 мартта  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 1-се һанлы Башҡорт республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән «Өфө» - «Динамо» (Мәскәү ҡалаһы) футбол клубтары араһындағы футбол матчын ҡараны. Уйын баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» стадионында үтте.

Был Өфө футболсылары өсөн Рәсәй премьер-лигаһының яҙғы миҙгелендәге тәүге уйын. Осрашыу 1:2 иҫәбе менән Мәскәү командаһы еңеүе менән тамамланды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter