Обычный вид

Яңылыҡтар

26.02.2019 14:57:00

«Һаҡлыҡ банкы» етәкселеге менән осрашыу

26 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Һаҡлыҡ банкы» идара рәйесе урынбаҫары Олег Ғәниев менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ «Һаҡлыҡ банкы»ның Урал төбәге бүлексәһе рәйесе Владимир Черкашин, Башҡортостан бүлексәһе  идарасыһы Марат Мансуров, республика Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе финанс ойошма менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

–«Һаҡлыҡ банкы» менән хеҙмәттәшлек республика өсөн бик мөһим. Сөнки бергәләп бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Банк менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында байтаҡ килешеүҙәр төҙөлгән, урындағы иҡтисадҡа ярҙам маҡсатында даими рәүештә хеҙмәттәшлектең яңы формалары барлыҡҡа килә, – тине Радий Хәбиров.

Яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында фекер алышты. Финанс ойошма сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, социаль һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер. Олег Ғәниев белдереүенсә, банк юл буйҙарында фото- һәм видеотеркәү ҡорамалдарын урынлаштырыуҙы финансларға әҙер. Тағы ла бер йүнәлеш – ислам банкингы. Ошо теманы киңерәк өйрәнеү өсөн Өфөлә Рәсәй һәм сит ил эксперттары ҡатнашлығында финанс форум үткәреү тәҡдиме яңғыраны.

Мәғариф өлкәһендә «Рәсәй уҡытыусыһы» тип исемләнгән йәмәғәт программаһы эшләп килә. Юғары уғыу йортон тамамлап ауылға эшкә ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға банк хеҙмәт хаҡына аҡса өҫтәп түләй. Башҡортостан да ошо проектҡа ҡушыла ала.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров өлөшләтә төҙөлөштө финанслауҙың яңы формаһы тураһындағы 214-се Федераль законға иғтибар бүлде.

–Беҙ республикала ведомство-ара эшсе төркөм булдырасаҡбыҙ. Унда «Һаҡлыҡ банкы» вәкилдәре лә инһен. Беҙ төҙөүселәр менән даими эш алып барыуҙы күҙаллайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Улар аңларға тейеш, беҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, шул уҡ ваҡытта граждандарҙың мәнфәғәтен дә яҡлаясаҡбыҙ.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter