Обычный вид

Яңылыҡтар

26.02.2019 12:07:00

Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт форумын асыу сараһында сығыш яһаны

26 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт форумын асыу сараһында сығыш яһаны.

–Форумды даими үткәреү урыны итеп беҙҙең республика һайланып, уның абруйлы һәм билдәле сараға әйләнеүенә шатмын. Быйыл Рәсәй төбәктәренән тыш, Өфө майҙансығында  Ҡытай, Көньяҡ Корея, Германия, Белоруссия, Молдованан да делегаттар ҡатнаша.  Форум сит ил ҡунаҡтарына Рәсәйҙә партнёрҙар табырға ярҙам итер тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө форум сиктәрендә дүртенсе сәнәғәт революцияһы, һанлы иҡтисад, инновацион технологиялар һәм был процесстарҙа Рәсәйҙең тотҡан урыны тураһында фекер алышасаҡбыҙ. Илебеҙ етәксеһе тап ошо һорауҙарға иғтибар бүлә лә инде. Яңыса иҡтисад нигеҙен эште сифатлы, аҡыллы һәм һөҙөмтәле  ойоштороу – һаҡсыл сәнәғәт, сифатлы кеше ресурстары, мотивация һәм һөнәри компетенция тәшкил итә.

Төбәк етәксеһе әлеге мәлдә Башҡортостандан 14 эре предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса федераль проектта ҡатнаша, республикала инновацион потенциалды үҫтереү өсөн ҙур иғтибар бүленә тип белдерҙе.  

Форумды асҡас Радий Хәбиров махсус күргәҙмә  менән танышты. Тәпәш иҙәнле троллейбус моделен һәм «аҡыллы» туҡталыш павильонын ҡараны.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter