Обычный вид

Яңылыҡтар

25.02.2019 17:44:00

«Яңы Булгаков» торлаҡ комплексына ҡараған тағы ла бер йорт тапшырыласаҡ

«Яңы Булгаков» торлаҡ комплексында проблемалы объекттар исемлегенә ингән тағы ла бер йорт тапшырыласаҡ. Дүшәмбе, 4 мартта 36 ғаилә 28Б һанлы йорттан фатир асҡыстары аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән «Төҙөлөш сәғәтендә» белдерелде.

Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев әйтеүенсә, әлеге мәлдә газ ҡорамалдары монтажлау эштәре тамамланыу алдында.

Григорий Невоструем шулай уҡ «Серебряный ручей» һәм «Дубрава» торлаҡ комплекстарында төҙөлөш эштәрен тамамлау механизмдары өйрәнелә тип белдерҙе.  «Миловский парк»  комплексына килгәндә, эште Төҙөлөш объекттарына ярҙам төбәк операторы ярҙамы  менән тамамлау буйынса документтар әҙерләнә. Шулай уҡ  «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексын төҙөп бөтөү буйынса схема әҙерләнгән.

Төбәк етәксеһе Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенә мәсьәләне хәл итеү юлдары табылған йорттарҙы тапшырыу буйынса график әҙерләргә  ҡушты.

Инициатива төркөмө вәкиле Зөлфиә Ғайсина өлөшсөләр тәҡдим ителгән схемалар һәм төҙөлөш графигына ышанмай тип белдерҙе.

–Өлөшсөләр – бик ауыр һәм ҡатмарлы тема, – тине Радий Хәбиров. – Мин власть вәкилдәре һәм алданған өлөшсөләр араһында тулы ышаныс булған осраҡтарҙы бик һирәк кенә осраттым. Һеҙҙең бурыс ана шул ышанысты уятыу. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләү бер, шул уҡ ваҡытта халыҡҡа аныҡ һәм асыҡ мәғлүмәт тә еткереп тороу шарт.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай уҡ яҡын арала алданған өлөшсөләрҙең инициатива төркөмө ағзалары менән осрашыу әҙерләргә ҡушты.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter