Обычный вид

Яңылыҡтар

25.02.2019 13:21:00

Башҡортостанда урындағы әһәмиәткә эйә ҡаҙылма байлыҡтар участкаларын файҙаланыуға биреү тәртибе үҙгәрә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  республика Хөкүмәтенә  «Башҡортостан Республикаһында урындағы әһәмиәткә эйә ҡаҙылма байлыҡтар участкаларын файҙаланыуға тапшырыу тәртибе тураһындағы » закон проекты буйынса эште тиҙләтергә ҡушты.

Ул ҡанун ҡом-ҡырсын карьерҙарын үҙләштергәндә муниципаль берәмек һәм урындағы халыҡ мәнфәғәтен иҫәпкә алырға , эш тамамланғас рекультивация ойоштороуҙы тәьмин итергә тейеш. Бөтә процестар Автоматлаштырылған берҙәм республика мәғлүмәт системаһында теркәлә. Унда ҡаҙылма байлыҡ менән файҙаланыусылар тураһында мәғлүмәт, уларҙың бурыстары , эш күләме, сыймалды һатыу һәм ташыуға бәйле килешеүҙәр теркәлә.

–Беҙ ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙың цивилизациялы ысулдарын тәҡдим итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был закон муниципаль берәмектәргә урындағы мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн ҡом-ҡырсын ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеген бирер ине. Шулай уҡ урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә ҡарала.

Кәңәшмәлә Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллин төбәктә ер аҫты байлыҡтарын рациональ файҙаланыу, дәүләт күҙәтеүе ойоштороуҙы камиллаштырыу йәһәтенән алып барылған эштәр тураһында бәйән итте. 2018 йылдың ноябрь айынан прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәре, Дәүләт техник күҙәтеүе, үлсәү контроле менән берлектә  467 рейд ойошторолған. Ҡаҙылма байлыҡтар менән лицензияһыҙ файҙаланыусы 57 кеше административ яуапҡа тарттырылған. Штраф күләме 3,9 млн һум тәшкил иткән.

–Баймаҡ районында төҙөләш ташы сығарыу менән шөғөлләнгән 2 компаниянан килгән зыян күләме 26,5 млн һум, Иглин районында ҡом урлау менән шөғөлләнеүселәр килтергән зыян 11 млн һум тип баһаланды. Материалдар тәфтиш органдарына тапшырылған. Тиҙ арала енәйәт эше ҡуҙғатылыр тип ышанабыҙ, –тине Мирхәйҙәр Фәтхуллин.

Хәҙер инспекторҙарҙың иғтибар үҙәгендә Белорет районы. Әле үлсәү контроле урынлаштырыу урыны билдәләнә, видеокүҙәтеү ҡормалдары урынлаштырыла.

–Беҙ ер аҫты байлыҡтары менән законлы рәүештә файҙаланыуҙы тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Һәр урында үлсәү контроле булырға, камералар торорға һәм бөтә мәғлүмәттәр эшкәртелергә тейеш. Бөтәһе лә аныҡ аңларға тейеш: йә цивилизациялы эш шарттары, йә төрмә, – тине Радий Хәбиров.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter