Обычный вид

Яңылыҡтар

25.02.2019 12:54:00

Радий Хәбиров: «Административ комиссиялар штрафтар өсөн түгел, ә халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн көрәшергә тейеш»

25 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшләмә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин муниципаль берәмектәрҙә ойошторолған административ комиссиялар эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Александр Сидякин әйтеүенсә, административ комиссиялар потенциалын төрлө ерҙә төрлөсә ҡулланалар. Айырым райондарҙа уға етерлек әһәмиәт биреп бөтөрмәйҙәр.

–Халыҡтан килгән ялыуҙарға урындарҙа ваҡытында иғтибар бүленһә, район-ҡалаларҙағы хәлдәрҙе күпкә яҡшыртырға мөмкин булыр ине, – тине Александр Сидякин. – Иң күп ялыуҙар ғаиләләге көнкүреш низағтар, урамда законһыҙ сауҙа ойоштороу, киске һәм төнгө ваҡытта тынлыҡты боҙоу, урам-ихаталарҙы тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү, автомобилдәрҙе тейешһеҙ урындарҙа ҡалдырыуға бәйле. Административ комиссиялар ҡабул иткән һорауҙарҙың 80 проценты ошо проблемаларҙы күтәрә.

Республикала штатҡа алынған яуаплы секретарҙәр һаны арттырылған. Хәҙер һәр бер район ҡала хакимиәтендә махсус белгес бар. 2019 йылдан республика бюджетынан улар өсөн йыллыҡ сығым 65 млн һум күләменндә билдәләнгән.

Шул уҡ ваҡытта Александр Сидякин административ комиссиялар күрһәтмәһе буйынса йыйылған штарфтар күләме түбән булыуын билдәләне. 2018 йылда ҡаҙнаға ни бары 37 млн һум аҡса ингән.

Радий Хәбиров Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетына оҙаҡҡа һуҙмай комиссия ағзаларын семинарға йыйып, эштәрен һәр яҡлап йәнләндереү өсөн аныҡ маҡсаттар билдәләргә ҡушты. Урындарҙа эшләп килгән административ комиссияларҙың төп бурысы – халыҡ тормошоноң сифатын күтәреү, тип билдәләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter