Обычный вид

Яңылыҡтар

25.02.2019 12:39:00

Радий Хәбиров Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрам саралары менән таныштырҙы

25 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығында сираттағы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы үтәсәк мөһим саралар исемлеге менән таныштырҙы.

–Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тантаналы саралар башланып тора, –тине Радий Хәбиров. – 6 мартта Мәскәүҙә ҙур концерт үтәсәк, ул бөтә байрам сараларына старт бирә. 12-13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре ойошторола. Тағы ла бер мөһим сара – республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш 23 мартта үтә.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова байрам  программаһы менән тулыраҡ таныштырҙы. Мәскәүҙең халыҡ-ара Музыка йортонда үтәсәк концерт сиктәрендә Башҡортостан мәҙәниәте тураһында фото һәм видео күргәҙмә ойошторола. Ә 23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡортостан тураһында поэма»  тип исемләнгән тантаналы концерт үтә. Унда республиканың иң яҡшы ижади коллективтары һәм артистары сығыш яһаясаҡ.

–6 мартта үтәсәк концерт федераль власть органдарынан партнёрҙарҙы, дуҫтарҙы саҡырыу өсөн уникаль мөмкинлек.  Миңә мәғлүм булыуынса, төрлө дәүләт илселәре, федераль власть органдары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары килергә йыйына. Эште шулай ойоштороу мөһим – Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ концертҡа килергә теләй икән,  бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров.

Федерация Советында үтәсәк Башҡортостан көндәре тураһында вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов һөйләне.

12 мартта Федерация Советының алты комитетында ултырыштар үткәреү күҙаллана, уларҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш һорауҙары: инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу, экологик хәлде яҡшыртыу, агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт тармағы үҫеше преспективалары ҡараласаҡ. Аграр һәм тәбиғәттән файҙаланыу сәйәсәте буйынса комитет ултырышында «Апимондия» конгрессын әҙерләүгә федераль үҙәктән ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре буйынса фекер алышыу ойоштороласаҡ.

13 мартта «Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте» тип исемләнгән пленар ултырыш үтә, унда фекер алышыуҙарға йомғаҡ яһалып, ҡаралған һорауҙар буйынса Федерация Советы Ҡарары ҡабул ителәсәк.

–Федерация Советы потенциалын мөмкин тиклем күберәк файҙаланырға кәрәк. Әгәр беҙҙең тәҡдимдәр Федерация Советы Ҡарарына инеп китһә, ул ил Хөкүмәте менән бәйләнештәр нығытыу, эшлекле мөнәсәбәттәр ҡороу йәһәтенән оло ярҙам буласаҡ, –тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тағы ла бер тапҡыр юбилей уңайынан төҙөлгән объекттарҙы иғтибар үҙәгендә тоторға һәм уларҙы планға ярашлы тапшырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter