Обычный вид

Яңылыҡтар

24.02.2019 15:38:00

Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» командаһына плей-офф уйындарында уңыштар теләне

24 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы тренировкаһын ҡараны һәм спортсыларға плей-офф уйындарында уңыштар теләне.

– «Салауат Юлаев» беҙҙең өсөн – иң төп команда. Башҡортостан халҡы үҙебеҙҙең клуб менән ғорурлана, һеҙҙең өсөн янып-көйә, һеҙҙең уйын менән йәшәй, – тине Радий Хәбиров. –  Бөгөнгө осрашыу айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки плей-офф башлана. Беҙҙең команда көслө, татыу, коллективта яҡшы атмосфера хакимлыҡ итә. Минеңсә, бындай команда менән яҡшы уйынға һәм Гагарин Кубогына өмөт итергә була. Шуға ла алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйығыҙ – барыһы ла яҡшы буласаҡ.   Беҙҙе һәм көйәрмәндәрҙе һөйөндөрөгөҙ. Ә беҙҙең көйәрмәндәр һеҙгә тоғро, берҙәм. Беҙ бергәләп уларҙың өмөттәрен аҡларға тейеш.  Еңеү өсөн бар көсөгөҙҙө һалырға тырышығыҙ. Боҙға еңеү теләге, оло ынтылыш менән сыҡһағыҙ, барыһы ла килеп сығасаҡ. Изге юл! Беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Беҙ һеҙҙең өсөн янып-көйәсәкбеҙ!

Радий Хәбиров республика командаға артабан да ярҙам итәсәк, тип белдерҙе. Бының өсөн теләк тә, мөмкинлектәр ҙә бар.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы шулай уҡ балалар хоккейын үҫтереү мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды. Ул һәләтле балалар үҫтереү һәм яңы команда төҙөү өсөн база булып тора. Тап ошо нийәттә уҙған йылдың декабрь айында Күмертау ҡалаһында боҙ һарайы асылды. Алда тағы ла өс арена төҙөү планлаштырыла.  

Радий Хәбиров хоккей клубы ҡапҡасыһы Юха Местсоланы тыуған көнө менән ҡотланы һәм сит ил легионерҙарына изге теләктәрен инглиз телендә еткерҙе.

Хоккейсылар яуаплы уйындар алдынан осрашыуға килгәне өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе һәм уға автограф менән фирма майкаһын тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» плей-оффтың беренсе рауындында Магнитогорскийҙың «Металлург» командаһы менән осраша. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter