Обычный вид

Яңылыҡтар

23.02.2019 17:31:00

Радий Хәбиров Шишмә районындағы хәрби частә булды

23 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Шишмә районының Алкино-2 ауылында урынлашҡан хәрби частә булды.

Төбәк етәксеһе 12-се айырым Гвардия инженер-сапёр бригадаһы хәрбиҙәрен Ватанды һаҡлаусылар көнөн менән тәбрикләне.

–Мин ир-егеттәр байрамын ил һаҡсылары янында ҡаршы алыуыма шатмын. Беҙҙең 12-се бригада  Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң яҡшы инженер бүлексәләренең береһе, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең арала тап Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр байтаҡ. Был беҙҙең республикала ысын патриоттар күп булыуы тураһында һөйләй. Һеҙҙең һәр берегеҙгә һаулыҡ, лайыҡлы хеҙмәт теләйем, армиянан иҫән-һау һәм ысын ир-егеттәр булып әйләнеп ҡайтығыҙ.

Байрам уңайынан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәрби часть командирына медиа техника һатып алыу өсөн сертификат тапшырҙы.

Артабан Радий Хәбиров казарма, медицина пунктын, клуб һәм хәрби техника өлгөләре менән танышты. Хеҙмәткә алынған егеттәр менән аралашты. Шулай уҡ 2016 йылдан 297-се зенит ракета бригадаһы урынлашҡан  хәрби ҡаласыҡты ҡараны.

Алкино -2 хәрби гарнизонында 150 га майҙанда уҡытыу комплексы төҙөү планлаштырыла. Хәрби техника менән йыһазландырылған был үҙәктә танк ғәскәрҙәре өсөн белгестәр әҙерләү күҙаллана. Бының өсөн Оборона министрлығы ҡарамағындағы объектты республика милкенә күсереү мөһим.

–Был идея миңә оҡшай. Шулай ҙа һығымталар эшләргә ашыҡмайыҡ. Бында парк та, ҡаршылыҡтар һыҙаты ла булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта йәштәр менән патриотик тәрбиә эштәре алып барыу шарттарын уйларға кәрәк. Был тәҡдимде ныҡлы өйрәнәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе уҡытыу комплексы проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен өйрәнеү өсөн махсус кәңәшмә әҙерләргә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter