Обычный вид

Яңылыҡтар

23.02.2019 11:42:00

Радий Хәбиров Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

23 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәле алдындағы Мәңгелек утҡа тере сәсәкләр һалды. Яуҙа һәләк булыусылар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Радий Хәбиров шулай уҡ тыуған яғы – Ишембай районынынан һуғышҡа алынған геройҙар иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға ла сәскәләр һалды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter