Обычный вид

Яңылыҡтар

22.02.2019 18:44:00

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү

 

22 февралдә «Торатау» конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү үтте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, бөгөн хәрбибурысын үтәүсе ир-егеттәр ҡатнашты. Улар рәтендә Рәсәй Геройы – Рафиҡ Ихсанов, Николай Злобин, Риф Сәхәбетдинов та булды. Кисәгә шулай уҡ Башҡортостан билдәмәһендә урынлашҡан хәрби часть командирҙары һәм хәрбиҙәре, махсус уҡыу йорттары етәкселәре, уҡыуҙа алдынғылыҡҡа өлгәшкән курсанттар һәм кадеттар, йәмәғәт һәм ветерандар ойошмалары, эҙәрмәндәр отдяртары вәкилдәре саҡырылды.

–Беҙ бынан ары Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан йыл һайын ошондай осрашыуҙар үткәрергә булдыҡ. Уның төп маҡсаты – ил именлеге һағында торғандарға, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына хөрмәт һәм ихтирамыбыҙҙы күрһәтеү, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. – Шулай уҡ әлеге мәлдә хәрби бурысын үтәүселәргә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерергә теләйбеҙ. Был сараға беҙ йәштәрҙе лә саҡырҙыҡ. Улар ветерандар менән осрашырға, аралашырға тейеш. Рәсәй Федерацияһына хеҙмәт итеү яуаплылығын үҙ иңенә алғандарҙың барыһын да байрам менән ҡотлайым!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter