Обычный вид

Яңылыҡтар

22.02.2019 13:10:00

Радий Хәбиров: «Гөлли Мөбәрәкованың иң ҙур наградаһы –халыҡ һөйөүе»

22 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров СССР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артискаһы Гөлли Мөбәрәкова менән хушлашыу сараһында сығыш яһаны.Гөлли Мөбәрәкова 83-сө йәшендә вафат булды, артист менән хушлашыу М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.

–Беҙҙең республика ғына түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының исем-дәрәжәләре бик күп. Шулай ҙа иң ҙур награда – ул халыҡ һөйөүе. Гөлли Мөбәрәкова ысын мәғәнәһендә халыҡ артискаһы булды. Аҡылы, күңел матурлығы, күркәмлеге, экранда һәм сәхнәлә тыуҙырған иҫ китмле образдары өсөн уны барыһы ла яратты, – тине Радий Хәбиров. – Гөлли Мөбәрәкова үҙенең 60 йылдан ашыу ғүмерен милли театрыбыҙға бағышланы. Үҙенең артынан сәнғәтебеҙҙең бөгөнгөһөн билдәләгән театр әһелдәрен, режиссёр, актёрҙар ҡалдырҙы. Арҙаҡлы актриса, һоҡланғыс шәхес булған Гөлли Мөбәрәкова тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter