Обычный вид

Яңылыҡтар

18.02.2019 12:38:00

2019 йылда фермерҙарға 1,1 млрд һум күләмендә грант ҡаралған

2019 йылда республика фермерҙарына 1,1 млрд һум күләмендә грант бүлеү ҡаралған. Уның 740 млн һумы федераль бюджет иҫәбенән. Был хаҡта  төбәк етәксеһе үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ильшат Фазрахманов белдерҙе. Һүҙ яңы эш башлаусы фермерҙар, ғаилә малсылыҡ фермаһы, ауыл хужалығы кооперативтары һәм табыш килтереүсе проекттарға бүленәсәк дөйөм сумма тураһында.  

Ильшат Фазрахманов әйтеүенсә, бөгөнгә Башҡортостанда 6,5 мең фермер хужалығы эшләп килә. 2018 йыл һөҙөмтәһе буйынса, улар тарафынан етештерелгән дөйөм продукция хаҡы 17,5 млрд һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында 3-сө урында килә.

Былтыр Башҡортостанда табыш килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса яңы программа старт алды. Ул шәхси хужалыҡтар һәм башҡа төр продукция етештереүселәрҙе ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативына берләштерә. Тап ошо программа ярҙамында былтыр 118 яңы кооператив ойошторолдо. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан лидер төбәк. Яңы барлыҡҡа килгән кооперативтар дөйөм алғанда 300 млн һум күләмендә грант алды.    

2020 йыл аҙағына йәнә 450 ауыл хужалығы кооперативы төҙөү планлаштырыла. Уларға 4,5 мең хужалыҡты йәлеп итеү күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter