Обычный вид

Яңылыҡтар

19.02.2019 16:38:00

Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә бәйле селектор кәңәшмәлә ҡатнашты

19 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев  үткәргән селектор кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы тәртибенә күсеүгә бәйле һорауҙар ҡаралды.

Премьер-министр реформаны тормошҡа ашырыу буйынса бөтә вәкәләттәр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтарына бирелеүен, шулай уҡ «Рәсәй экология операторы» йәмәғәт-хоҡуҡи компанияһы булдырылыуын һәм ул төбәк операторҙары эшен көйләйәсәген һыҙыҡ аҫтына алды.

–Әлегә системаны үҙгәртеп-ҡороуға бәйле етди етешһеҙлектәр күренмәй, – тине Дмитрий Медведев. – Дөйөм бурыс – тармаҡты яңыса эшләү системаһына күсереү генә түгел, ә сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтарҙың ҡапыл һәм нигеҙһеҙ күтәрелеүенә юл ҡуймау. Был һорауҙы айырым контролдә тоторға кәрәк, шул иҫәптән Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт тарафынан да. Ҡайһы бер төбәктәр пенсионерҙар, инвалидтар, күп балалы ғаиләләр өсөн ташламалы тарифтар раҫлаған да инде. Шулай тигәндә, мин илдең байтаҡ ҡына субъектын күҙ уңында тотам. Был яҡшы тәжрибә. Башҡа губернаторҙарҙы ошо миҫалдарға иғтибар итергә саҡырам.

Дмитрий Медведев тирә-яҡ мөхит именлегенә кире йоғонто өсөн түләүҙәрҙе 2023 йылға тиклем былтырға кимәлендә һаҡлау тураһындағы Ҡарарға ҡул ҡуйҙым тип белдерҙе. Был документ тарифтар кимәленә лә ыңғай йоғонто яһай.

Ил Хөкүмәте Рәйесе шулай уҡ киләсәктә дөйөм билдәләнгән тариф түгел,  ә контейнерҙа тупланған сүп-сар күләме буйынса түләү системаһына күсергә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.

–Әлегә түләүҙәр буйынса һорау ҡатмарлы һәм аңлайышһыҙ. Әлбиттә, һәр гражданинға күпме сүп-сар тура килгәнен аныҡлау бик ауыр. Әммә халыҡ артыҡ аҡса сарыф итмәһен өсөн беҙ барыбер шуға ынтылырға тейешбеҙ, – тине Премьер-министр. – Был ябай булмаған, әммә мөһим бурыс. Төбәк һәм муниципаль власть вәкилдәре нормативтарҙы ныҡлы өйрәнергә тейеш. Был эште бөгөндән үк башларға кәрәк. Шулай итеп, киләсәктә сүп-сар йыйыу һәм сығарыу буйынса хаҡтар бары аныҡ күләмгә ҡарап билдәләнергә тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter