Обычный вид

Яңылыҡтар

15.02.2019 14:02:00

Башҡортостанда тағы ла өс йылдам үҫеш биләмәһе барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостандың өс ҡалаһы – Нефтекама, Белорет һәм Благовещенск йылдам үҫеш биләмәһе статусын аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә төбәк башлыҡтары менән осрашыу барышында белдерҙе.

–Мин әле генә илдә тағы ла 14 йылдам үҫеш биләмәһе булдырыу тураһындағы Хөкүмәт ҡарарына  ҡул ҡуйҙым. Уларҙың ун бере – моноҡалалар, өсәүһе – ябыҡ административ биләмә берәмектәр, – тине Дмитрий Медведев.–Был төбәктәр өсөн, ысынлап та, ҡыҙыҡлы тема. Сөнки  йылдам үҫеш биләмәһендә һалым буйынса ташламалар ҡаралған, шуға инвесторҙарҙы йәлеп итеү еңелерәк, шулай уҡ өҫтәмә инструменттар ҡулланыу мөмкинлеге бар. Мәҫлән, Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды тәҡдим иткән шарттар. Быларҙың барыһы айырым биләмәләрҙе бары ҡалалағы эре предприятиеларға бәйле булыуҙан арындыра, иң мөһиме, был предприятиеларҙан тыш та яңы эш урындары барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Ғөмүмән, бәләкәй ҡалалар үҫешенә яңы һулыш өрә.

Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты, ул был яңылыҡтың мөһимлеген билдәләне.

–Әле генә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры  Нефтекама, Белорет һәм Благовещенск ҡалаларын  йылдам үҫеш биләмәләренә индереү тураһында иғлан итте! Ә был ташламалы һалым шарттары, инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнес алып барыу өсөн өсөн ябайлаштырылған административ процедуралар , – тип яҙҙы төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙәге шәхси битендә. – Ябай ғына итеп әйткәндә, был беҙҙең ҡалалар өсөн иҡтисади яҡтан алға ынтылырға мөмкинлек биргән етди ҡарар!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter