Обычный вид

Яңылыҡтар

15.02.2019 13:24:00

Бөрйән районында ҡояш электр станцияһы барлыҡҡа киләсәк

2020 йылда Бөрйән районында 10 МВт ҡеүәтлек ҡояш электростанцияһы төҙөү күҙаллана. Был хаҡта «Хевел» компаниялар төркөмө генераль директоры Игорь Шахрай «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыу барышында белдерҙе.

Планлаштырылған инвестиция күләме – 800 млн һум. Компания етәксеһе әйтеүенсә,  был проектты тормошҡа ашырыу ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән тотороҡло һәм ышаныслы тәьмин итә. Шулай уҡ, уникаль тәбиғәтле Бөрйән районының  экологик торошона ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Бынан тыш, «Хевел» компанияһы Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондарында  дүрт ҡояш электр станцияһы селтәрен төҙөргә уйлай. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 9 млрд һум йүнәлтеү ҡарала.

Әлегәсә республикала ошо компания тарафынан өс инвестиция проекты тормошҡа ашырылған: 20 МВт ҡеүәтле Буребай (Хәйбулла районы), 15 МВт ҡеүәтлек Бөгөлсән (Көйөргәҙе районы) һәм 9 МВт ҡеүәтлек Иҫәнғол (Ейәнсура районы) ҡояш станциялары селтәре. Уларҙы төҙөү өсөн һалынған дөйөм инвестиция күләме – 5 млрд һум.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter