Обычный вид

Яңылыҡтар

15.02.2019 11:38:00

Радий Хәбиров: «Беҙ дөйөм суммаһы 40 млрд һумдан ашҡан тиҫтәгә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ»

15 февралдә «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы майҙанында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «асыҡ диалог» форматында журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Инвестиция форумында алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып, төбәк етәксеһе республика делегацияһы эшен һөҙөмтәле булды тип баһаланы.

– Мин ысынлап та ҡәнәғәт. Башҡортостан Республикаһы ойошторған майҙансыҡ һөҙөмтәле эшләне, – тине Радий Хәбиров. – Бик күп эшлекле осрашыуҙар үтте. Дөйөм суммаһы 40 млрд һумдан ашыу унға яҡын килешеү һәм протоколдарға ҡул ҡуйылды. Байтаҡ ҡына аналитик осрашыуҙар үткәрҙек. Шуға ла бөгөн беҙ Сочи ҡалаһы менән кәрәкле һәм мөһим эштәр атҡара алдыҡ тигән йылы тойғо менән хушлашасаҡбыҙ.

 Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров форум сиктәрендә төҙөлгән инвестиция килешеүҙәренең күбеһе  Агросәнәғәт комплексы тармағына бәйле булды тине. Сәнәғәт, нефть химияһы комплексы өлкәһенә ҡағылған проекттарға килгәндә, мөһим килешеүҙәр 2019 йылдың июнендә  Санкт-Петербургта үтәсәк Халыҡ-ара иҡтисад форумында төҙөлөр, тип күҙаллана.  

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашыу барышында Радий Хәбиров республиканың инвестиция мөхитен яҡшыртыу, бизнес алып барыу өсөн тыуҙырылған шарттар, артабан эшҡыуарҙарға ярҙам итеү мөмкинлектәре, форум сиктәрендә дәүләт корпорациялары һәм финанс ойошмалар етәкселәре менән булған һөйләшеүҙәр тураһында ла бәйән итте.  

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter