Обычный вид

Яңылыҡтар

14.02.2019 19:23:00

Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева менән эшлекле осрашыу

14 февралдә «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева менән осрашты.

Әңгәмә барышында Башҡортостандың Стратегик башланғыстар агентлығы проекттарында ҡатнашыу аспекттары – Рәсәй Федерацияһы субъекттарының инвестиция мөхитен сағылдырған Милли рейтинг һәм Бөтә Рәсәй иң яҡшы практикалар конкурсы тураһында һөйләштеләр.

Радий Хәбиров, агентлыҡ менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек Башҡортостан өсөн мөһим тип белдерҙе. Шуның өсөн дә республика үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан да һаҡларға һәм нығытырға иҫәп тота. Ул төбәктәге эшлекле шарттарҙы һәм инвестицион мөмкинлектәрҙе яҡшыртырға булышлыҡ итә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter