Обычный вид

Яңылыҡтар

14.02.2019 14:42:00

Рәсәй инвестиция форумында «Фармстандарт - УфаВита» йәмғиәтен үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

14 февралдә «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм «Фармстандарт» холдингы директорҙар советы рәйесе Виктор Харитонов «Фармстандарт - УфаВита» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу  тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проекттарҙың береһе поливитаминдар етештереү буйынса яңы цех асыуҙы күҙаллай. Инвестиция күләме – 1,5 млрд һум. Тағы ла 1 млрд һум полимер флакондарҙа һәм пластик ампулаларҙа  стериль препатарттар етештереү цехын асыуға йүнәлтеләсәк.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу  Өфө предприятиеһында сығарылған препараттар исемлеген киңәйтергә булышлыҡ итәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter