Обычный вид

Яңылыҡтар

14.02.2019 16:10:00

Радий Хәбиров Рәсәй инвестиция форумының пленар ултырышында ҡатнашты

14 февралдә «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Уңыш факторы: фекерҙәр, кадрҙар, компетенция» тип исемләнгән пленар ултырышта ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев асты.

–Мин был форумдың бынан биш-алты йыл элек нисек булыуын һәм хәҙер ниндәй кимәлгә күтәрелеүен асыҡ күрәм. Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрҙе һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк, – тине премьер-министр. – Быйылғы форум иһә башҡаларынан ныҡлы айырыла. Беҙ беренсегә илебеҙҙең һәр яҡлап үҙгәрештәр кисерәсәге тураһында һүҙ алабыҙ. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырам. Алдағы алты йылда халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, илдең стратегик үҫешен тәьмин итеү милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу күрһәткестәренә ҡайтып ҡала. Бөгөнгө форум тап ошо һорауҙарға арналған да инде.

Дмитрий Медведев 12 милли проекттың контроль күрһәткестәрен билдәләп үтте һәм ныҡ юғары бурыстар ҡуйылыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

–Был күрһәткестәргә махсус рәүештә туҡтаным, сөнки был беҙҙең төп маҡсат. Тотош ил алдында торған бурыстарҙың ни тиклем күләмле икәнен аңлау мөһим, – тине Дмитрий Медведев. – Төҙөлөп бөтмәгән һәр мәктәп, төҙөлмәгән һәм төҙөкләндерелмәгән һәр саҡрым  юл, тәртипкә килтерелмәгән парк, хасил булған сүплектәр өсөн абстракт власть түгел, ә айырым чиновник яуап бирәсәк. Быны залда ултырыусылар аңлайҙыр – Хөкүмәт алдында яуап бирергә тура киләсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter