Обычный вид

Яңылыҡтар

14.02.2019 12:42:00

Башҡортостан менән «Россельхозбанк» араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

14 февралдә «Сочи-2019»  Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм «Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәте идара рәйесе  Борис Листов Башҡортостан Республикаһы һәм финанс ойошма араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Был документ төбәктең өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл иткәндә хеҙмәттәшлекте, Башҡортостандың иҡтисади һәм сәнәғәт потенциалын нығытыуҙы күҙ уңында тота.

Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәренең береһе – физик һәм юридик шәхестәргә һәм дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә эшҡыуарҙарға кредит биреү, сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт, торлаҡ-коммуналь инфраструктура, индустриаль һәм техно парктар төҙөү, моноҡалалар үҫешен тәьмин итеү буйынса уртаҡ  проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter