Обычный вид

Яңылыҡтар

14.02.2019 14:03:00

Дмитрий Медведев Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһы менән танышты

14 февралдә  Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһы экспозицияһы менән танышты.  

Республика стенды эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы комплексы, танспорт һәм юл хужалығы тармағына бәйле перспективалы инвестиция тәҡдимдәрен сағылдыра. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Премьер-министрҙы төбәкте социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән  өҫтөнлөклө проекттар менән таныштырҙы.

Дмитрий Медведев потенциаль инвесторға бина йә ер биләмәһен һайларға, инфраструктура менән танышырға, ҡаҙылма байлыҡтар, шул иҫәптән ошоғаса үҙләштерелмәгән биләмәләр тураһында  тулы мәғлүмәт алырға ярҙам иткән  интерактив карта мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

Премьер-министр шулай уҡ импортҡа алмаш рәүешендә «СибайПлитПром»  ойошмаһы  тәҡдим иткән ОСП етештереү заводы проектын тормошҡа ашырыу мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter