Обычный вид

Яңылыҡтар

14.02.2019 02:28:00

Радий Хәбиров «Сочи-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләй

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сочи-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумында республиканың рәсми делегацияһын етәкләй.

Радий Хәбиров форумдың «Уңыш факторы: фекерҙәр, кадрҙар, компетенция» тип исемләнгән пленар ултырышында, Рәсәй Хөкүтәре Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк етәкселәре менән осрашыуында  ҡатнашасаҡ.

Бынан тыш форум сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эре компаниялары менән инвестицион килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырылған, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек булдырыу  күҙаллана.

Рәсми делегацияпрограммаһында төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләренә, уңайлы инвестицион мөхит булдырыу, инфраструктура проекттарын финанслау, бюджет-ара бәйләнештәр, дәүләт идараһы системаһын камиллаштырыу темаларына арналған эшлекле осрашыуҙар, дискуссия панелдәре, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.

Форум сиктәрендә күргәҙмә эшләй. Унда эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы комплексы, транспорт һәм юл хужалығы тармағына бәйле перспектив инвестицион тәҡдимдәрҙе сағылдырған  Башҡортостан Республикаһы экспозицияһы ла урын алған.  

Белешмә:

Рәсәй инвестиция форумы – ил Хөкүмәте ярҙамы менән йыл һайын ойошторолған һәм иҡтисади үҫеш, төбәктәргә инвестициялар йәлеп итеү һорауҙары буйынса эшлекле фекер алышыуҙарҙы маҡсат иткән күләмле сара. 2018 йылда Рәсәй инвестиция форумына донъяның 63 дәүләтенән 6 меңдән ашыу ҡатнашыусы килә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter