Обычный вид

Яңылыҡтар

12.02.2019 22:36:00

Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумы ултырышында ҡатнашты

12 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин етәкселегендә Татарстан Республикаһында үткән Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.

Ултырыш ил Президентының төбәк етәкселәре менән формаль булмаған диалогы форматында үтте. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктәрҙең башҡарма власть органдары тарафынан халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса  эшмәкәрлектәре тураһында фекер алышты.

–Бөгөн был тармаҡ ҡатмарлы үҙгәрештәр кисерә, сөнки нигеҙҙән үҙгәртеп-ҡороу этабы бара. 1 июлдән торлаҡ төҙөлөшөн яңыса финанслау системаһы эшләй башлаясаҡ. Ул граждандар өсөн хәүефһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ булырға һәм уларҙы торлаҡ һатып алғанда алданыу хәүефенән һаҡларға, шулай уҡ торлаҡ баҙарындағы мөнәсәбәттәрҙе эшлекле, профессиональ, тотороҡло кимәлгә күтәрергә тейеш, – тине Владимир Путин. – Торлаҡ төҙөлөшө норматив базаһы үҙгәрә. Эшмәкрәлекте көйләү, ҡала төҙөлөшө буйынса норма һәм ҡаҙиғәләр төҙөлөш компаниялары өсөн уңайлы һәм асыҡ булырға һәм һөҙөмтәле эшләргә, иң мөһиме йәшәү һәм ҡала мөхите сифатын тәьмин итергә – граждандарҙың талаптарына яуап бирергә тейеш. Тап шуның өсөн дә бөгөн ҡала биләмәләрен үҫтереү стандарттарын индерәбеҙ. Тағы ла бер бурыс – беҙгә төҙөлөш секторында, торлаҡ төҙөлөшөндә күпкә юғарыраҡ динамика мөһим.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter