Обычный вид

Яңылыҡтар

07.02.2019 13:25:00

Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе

7 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы  «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе. Һәр ваҡыттағыса, видеоконференция режимында уның эшендә муниципаль берәмек һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.  

Иң башта социаль селтәрҙәр аша граждандар мөрәжәғәттәрен ҡабул итеүсе эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская тап һаулыҡ һаҡлау темаһына бәйле ялыуҙар тураһында бәйән итте. Улар Төбәк етәксеһенең шәхси аккаунтына ла, Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм ҡабул итеү идаралығына ла килә. Елена Прочаковская билдәләүенсә, беренсе звено табиптары, тар йүнәлешле белгестәр етмәүе һәм дарыуҙарға ҡытлыҡ темаһы йыш күтәрелә. Тағы ла Сибай буйынса яңы дәғүәләр бар – ике педиатр сирләп китеү сәбәпле, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына балалары менән мөрәжәғәт иткән пациенттар ваҡытында ҡабул ителмәй.

–Сибайға махсус рәүештә республика дауаханаларынан табиптар йүнәлттек, – тине Радий Хәбиров. – Ни өсөн сирләп киткән табиптарҙы ваҡытында алыштырманығыҙ? Ни өсөн етәкселәр эшләп еткермәгән өсөн ябай халыҡ ыҙа сигергә тейеш? Мин бындай ҡараш менән бөтөнләй ҡәнәғәт түгелмен. Мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе төрлө булырға тейеш.
                                      ***

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин ашығыс медицина ярҙамы һәм берҙәм диспетчер хеҙмәте эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Был тармаҡтағы төп мәсьәләләр – белгестәргә ҡытлыҡ һәм ашығыс ярҙам машиналарының 67 процентҡа тиклем туҙыуы. 140 автомашина бөтөнләй тиерлек яраҡһыҙ. 2018 йылда республикаға 225 яңы ашығыс ярҙам машинаһы ҡайтарыла.2019 йылда тағы ла 60 автомобилгә ғариза бирелгән. Был тәңгәлдә матур күрһәткестәр ҙә бар. Максим Забелин әйтеүенсә, тиҙ ярҙам хеҙмәте уртаса 20 минутта килеп етә (97,28 процент осраҡ нормативҡа ярашлы).

–Бөгөн республиканың төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында буш торған ашығыс ярҙам автомобилдәре күрше район биләмәһендәге ауылдарға ла сыға. Шуның менән пациенттарҙың ашығыс медицина ярҙамын көтөү ваҡыты ҡыҫҡара, – тине Максим Забелин. – Артабан да берҙәм диспетчер хеҙмәте буйынса эшләйәсәкбеҙ. Бының өсөн яҡын арала өҫтәмә мобиль телефондар һатып алыу күҙаллана.

Радий Хәбиров ашығыс ярҙам автомобилдәрендә эшләүсе табиптар һәм фельдшерҙар менән осрашыу үткәрергә, уларҙы борсоған һорауҙар менән танышыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыу буйынса улар менән берлектә эшләргә кәңәш итте.

–Ашығыс медицина ярҙамы табиптары полицейский йә янғын һүндереүселәр кеүек халыҡҡа ярҙам итеү өсөн иң беренсе килеп етәләр. Улар эште нисек дөрөҫ ойошторорға кәрәклеген белә. Беҙгә уларҙы тыңларға, дәғүәләрҙе ваҡытында ишетергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

                                   ***

«Сәләмәтлек сәғәтендә» шулай уҡ Республика кардиология үҙәген реконструкциялау һәм хирургия корпусын төҙөү һорауҙары ла ҡаралды. Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин белдереүенсә, әле төҙөлөш буйынса контракт әҙерләнә. Радий Хәбиров был эштә федераль министрлыҡ менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә, төҙөлөш өсөн үҙәктән аҡсалар йәлеп итеү юлдарын табырға ҡушты.

–Әгәр ҙә дауахананы бары тик үҙ аҡсабыҙға ғына төҙөһәк, һөҙөмтә «дүртлек» буласаҡ, федераль аҡсалар йәлеп итә алһаҡ, уны мотлаҡ «бишле» билдәһенә атҡарасабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмә аҙағында республикалағы медицина учреждениеларын ангиограф менән тәьмин итеү ваҡыты теүәлләнде. Март айында Нефтекама ҡала дауаханыһында яңы ҡорамал урынлаштырыу планлаштырыла. Артабан Белорет, Октябрьский, Өфө, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Дыуан районы. Был йәһәттән график 2024 йылға тиклем төҙөлгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter