Обычный вид

Яңылыҡтар

07.02.2019 12:49:00

Радий Хәбиров: «Көрәш – Башҡортостандың визит картаһы»

7 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше» тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференцияны асыу сараһында ҡатнашты. Конференция эшендә Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Көрәш буйынса Башҡортостан федерацияһы етәкселеге, тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, район-ҡалаларҙың спорт комитеты етәкселәре, спортсылар һәм ветерандар ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе «Мәктәптәргә – көрәш!» федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан пилот төбәк булараҡ һайланыуын билдәләп үтте.

–Беҙҙең республика һәр саҡ милли көрәш буйынса күп быуатлыҡ традициялары, үҙенең батырҙары менән дан тота. Шуның өсөн дә «Мәктәптәргә – көрәш!» федераль проектын һынау өсөн беҙҙе пилот төбәк итеп һайлауҙары аңлашыла, – тине Радий Хәбиров. – Көрәш – беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, милли характерыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Беҙҙә һәр бер малай көрәшсе, рухлы һәм еңеүсе итеп тәрбиәләнә. Төп милли байрамыбыҙ булған Һабантуйҙа көрәш һаман да иң күп  тамашасыны йәлеп иткән ярыш, ә уның еңеүсеһе – ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡлы батыр.

Конференцияны асыу сараһында  Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был документ юғары класлы спортсылар әҙерләү, йәштәрҙе күләмле спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, уҡытыу-күнекмә саралары  ойоштороу, медодик ярҙам күрһәтеү һәм матди-техник базаны яңыртыу буйынса хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, көрәш – Башҡортостандың визит картаһы, федерация менән тығыҙ хеҙмәттәшлек нигеҙендә спорттың был йүнәлеше артабан да үҫешәсәк.

 

Белешмә:

Башҡортостанда спорт көрәше менән 4,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Республиканың мәғариф министрлығы спорт көрәше буйынса төбәк федерацияһы менән берлектә федераль проектты тормошҡа ашырыу өсөн 10 учреждение билдәләнгән. Уларҙың бишәүһе – Өфөлә, ҡалғандары Сибай, Күмертау, Салауат, Ишембай ҡалалары һәм Иглин районында.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Өфөнөң Октябрь районында Спорт көрәше буйынса республика үҙәге төҙөү өсөн техник план раҫланған. Төҙөлөш 2019 йылдың дүртенсе кварталында башланыр, 2021 йылда тамамланыр тип күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter