Обычный вид

Яңылыҡтар

07.02.2019 12:00:00

Өфөлә эшҡыуарлыҡ йорто барлыҡҡа киләсәк

Яҡын арала Өфөлә эшҡыуарлыҡ йорто барлыҡҡа киләсәк. Ул «Салауат Юлаев» бизнес үҙәге базаһында асыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың эшлекле даирәләре менән иртәнге сәй артында осрашыу ваҡытында белдерҙе.

– Был үҙәк хужаларының өлөшсөләр алдында бурыстары бар ине. Беҙ бизнес үҙәк бинаһын республика бюджеты иҫәбенә һатып алырға булдыҡ. Улар аҡсаны алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү өсөн тотонасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ә беҙ 21 мең кв.м майҙанлыҡ бинаға эйә булабыҙ. Унда эшҡыуарлыҡ йорто асырға уйлайбыҙ. Шулай итеп, бер юлы ике мәсьәләне хәл итәбеҙ.

Төбәк етәксеһе артабан да республикала бизнес үҫеше өсөн яңы шарттар тыуҙырыу дауам итәсәк тине.

–Төрлө кимәл эшҡыуарлыҡ үҫеше, ошо йүнәлеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыу, төбәккә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән бөгөнгө хәл ҡәнәғәтләнерлек түгел, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең маҡсат  ябай – ул  һеҙгә эшләр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу. Тыныс ҡына эшләгеҙ, үҫешегеҙ. Һорау-мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт уртаға һалып һөйләшербеҙ.   Ошондай осрашыу, аралашыуҙар артабан да үтеп торасаҡ.

Радий Хәбиров күберәк агро-, техно-,индустриаль парктар булдырыуға ҙур иғтибар бүләкәсбеҙ, инвесторҙар килһә, шунда уҡ эш башлар өсөн әҙер майҙансыҡтар булдырыу маҡсатын күҙ уңында тотабыҙ, тине. Был тәңгәлдә ҙур яуаплылыҡ район-ҡала хакимиәте етәкселәре иңендә булыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

–Был тәңгәлдә мөһим сегмент – хакимиәт башлығы. Күптән түгел «Инвестиция сәғәте» форматында үткән кәңәшмәләрҙең береһендә бер етәксене саҡ эшенән алманым. Сөнки бер ай эсендә эре инвестор менән бер һорауҙы хәл итергә килешкәйнек. Шул ваҡыт эсендә уға бер кем дә шылтыратмаған булып сыҡты, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ эшлекле хакимиәт башлыҡтары корпусын булдырасаҡбыҙ. Улар эшҡыуарҙарҙы төп партнёрҙары итеп ҡабул итергә тейеш. Хакимиәт башлыҡтарын бизнес вәкилдәре менән эшләргә өйрәтәсәкбеҙ. Сөнки был осраҡта күп нәмә кешесә мөнәсәбәткә ҡорола.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter