Обычный вид

Яңылыҡтар

06.02.2019 17:25:00

Радий Хәбиров УМПО предприятиеһын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында кәңәшмә үткәрҙе

6 февралдә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә  эш сәфәре барышында Радий Хәбиров предприятие етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе.

–Беҙ завод артабан да үҫһен, даими рәүештә яңы заказдар ҡабул итһен өсөн республика яғынан ниндәй ярҙам күрһәтә алыуыбыҙ тураһында фекер алыштыҡ. Сөнки беҙ бергә эшләргә тейеш. Бөгөн үтә лә ҡаты көнәркәшлек шарттарында йәшәйбеҙ. УМПО етештергән узелдарҙы йыйыусы предприятиелар бер-нисәү генә, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын арала мин Оборона министрлығы һәм «Газпром» етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрергә йыйынам. Унда ла үҙебеҙҙең предприятиеға бәйле фекерҙәрҙе яңғыратасаҡмын. Бынан тыш, бөгөн беҙ граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр етештереү йүнәлеше буйынса һорауҙарҙы һәм социаль әһәмиәткә эйә байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе барланыҡ.

Төбәк етәксеһе производство цехтарын ҡараны, предприятие етештергән продукция менән танышты. Теүәлләп әйткәндә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, импортҡа алмаш программаһы сиктәрендә ВК-2500 вертолёт двигателенә компоненттар етештереүсе авиация технологиялары үҙәгендә булды.

–Күңелдә бары яҡшы тойғолар ҡалды. УМПО – машиналар төҙөү тармағында юғары компетенцияларға эйә, бай тарихлы уникаль ойошма, – тине Радий Хәбиров. – Бында тәжрибәле һәм берҙәм коллектив эшләй, йәштәр күп. Предприятиеның заман менән бергә атлауы, яңы технологиялар ҡулланыуы бик мөһим. Заманса Европа заводтарынан һис ҡалышмаған айырым цехтар булыуы һөйөндөрҙө. Был, ысын мәғәнәһендә, 21 быуат предприятиеһы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter