Обычный вид

Яңылыҡтар

05.02.2019 18:35:00

«Миловский парк» торлаҡ комплексына ҡараған өс йортто тапшырыу ваҡыты билдәләнде

5 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы «Төҙөлөш сәғәтен» үткәрҙе.

Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объекттар буйынса юл картаһының үтәлеше менән таныштырҙы.

Дәүләт комитеты тарафынан бер-нисә тапҡыр өлөшсөләрҙе ҡабул итеү ойошторолған, унда Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов та ҡатнашҡан. Махсус ойошторолған «ҡыҙыу телефонға» өлөшсөләр хоҡуҡтары боҙолоуға бәйле 350 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, һәр бер осраҡ белгестәр тарафынан өйрәнелеп, граждандарға яуап ҡайтарылған.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, проблемалы объекттарҙа төҙөлөш эштәрен тамамлау өсөн әҙерләнгән финанс-иҡтисади схемаларҙы ҡараны. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә «Миловский парк» торлаҡ комплексы буйынса юл картаһы раҫланды. Унда атҡарыласаҡ эш күләме, мөҙҙәте һәм финанслау сығанаҡтары аныҡланған. Өс йорт (5.3, 5.4, һәм 5.5) 1 июнгә төҙөлөп бөтөр тип күҙаллана.

–Эш версияһы билдәләнде, тулыһынса аңлау бар. Өс йортто беҙ 1 июнгә тапшырабыҙ. Ошо схеманы раҫларға тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров һәм уның үтәлеше тураһында мәғлүмәт биреп торорға ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter