Обычный вид

Яңылыҡтар

04.02.2019 16:42:00

Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе

4 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмә башында төбәк етәксеһе Сибай шахтаһында бәхетһеҙ осраҡтан һәләк булған 28 йәшлек машинист Ғаяз Ирғәлиндың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Радий Хәбиров Ирғәлиндың ғаиләһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә һәм уларҙы киләсәктә лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тине.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы артабан  Беренсе мәктәп мәғарифы форумында республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡытыу системаһына күсереү тураһындағы ҡарар ҡабул ителеүен һыҙыҡ аҫтына алды, мәғариф министрына сираттағы күрһәтмәһен бирҙе.

– Был һорауҙы бергәләп өйрәндек, ҡарар ҡабул ителде, мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Дүртенсе сирек башынан күпселек мәктәптәр биш көнлөк уҡытыуға күсергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Беренсе сентябрҙән иһә бөтә мәктәптәр ҙә яңы система буйынса эшләргә тейеш. Балаларҙың йоҡоһо туйыр, ял итергә һәм ғаиләләре менән булырға өҫтәмә ваҡыттары барлыҡҡа килер.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-тарнспорт комплексындағы оператив яңылыҡтар,теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында профилле ведомство етәкселәре хәбәр итте.

***

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов пассажирҙар ташыу сифатын күтәреү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, эш раҫланған юл картаһына ярашлы башҡарыла.  Ул легаль булмаған формаларҙан ҡотолоу, автобустар паркын яңыртыу, ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһын индереү, маршрут селтәрен көйләү һәм пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу стандарттарын яңыртыуҙы үҙ эсенә ала.

Беренсе кварталда республикаға яңы 100 автобус ҡайтарыла. Бынан тыш, 2019-2020 йылдарҙа йәнә 250 автобус һатып алыу планлаштырылған. Уларҙың барыһының да тышҡы биҙәлеше бер стилдә буласаҡ. Тағы ла Өфө үҙәгендәге 200 туҡталыш пункты яңыртыласаҡ.

Туҡталыш павильоны һәм автобустың яңыса биҙәлеше өлгөләре менән бөгөн  Республика Хөкүмәте Йорто алдында танышырға мөмкин ине. Радий Хәбиров турникет, валидатор, мәғлүмәти монитор, камера, электрон табло һәм башҡа техник саралар менән йыһазландырылған автобусты ҡараны. Берҙәм транспорт картаһы индереү темаһын күтәрҙе һәм был проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен «Инвестиция сәғәте» сиктәрендә ҡарарға тәҡдим итте.

Пассажирҙар ташыуҙы көйләү саралары тураһында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов һәм Башҡортостан буйынса Дәүләт автомобиль-юл күҙәтеүе идаралығы начальнигы Сергей Мережко хәбәр итте. БР буйынса Һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов ошо өлкәлә һалым йыйыу базаһын арттырыу маҡсатында ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһын мөмкин тиклем тиҙерәк ғәмәлгә индерегә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.

–Ысынлап та, ҡалала легаль булмаған пассажир ташыусыларҙан ҡотола алдыҡ. Был бик мөһим һорау, – тине Радий Хәбиров. – Әммә был эште артабан да туҡтатырға ярамай. Хәҙер транспорт хеҙмәте баҙарында сифатты күтәреү мәсьәләһе беренсе урында. Шулай тигәндә автобустарҙы ла, граждандар өсөн уңайлы сервистарҙы ла күҙ уңында тотабыҙ.

***

Күп функциялы үҙәктәр эшен камиллаштырыу маҡсатында күрелгән саралар хаҡында «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк» директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Арыҫланова бәйән итте. Төбәк етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы, хеҙмәт хаҡын күтәреү сәбәпле кадрҙар мәсьәләһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителде. Көҙ айҙарында килеп тыуған хәлде анализлағандан һуң республикала эшләүсе 75 үҙәктең 61-ендә эш графигы үҙгәртелде. Һөҙөмтәлә бөгөн республика буйынса сират көтөү ваҡыты – уртаса 15 минут, ә Өфөлә – ете минуттан артмай.

Күп функциялы үҙәктәр эшен тулыһынса көйләр өсөн республиканың 22 район һәм ҡалаһында уңайлы биналар һайлау һәм төпкөлдә урынлашҡан ауыл советтары өсөн стационар бүлексәләр асыу, электрон документ әйләнешен көйләү, өҫтмә тәҙрәләр (шул иҫәптән эшҡыуарҙар өсөн) асыу шарт.

***

Өфөнөң  Калинин районына ҡараған Инорс биҫтәһендә йәмәғәт именлеген тәьмин итеү буйынса программа проекты менән Башҡортостандың ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Касьянов таныштырҙы. Документ үҙ эсенә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт объекттары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу комплексын һәм видиокүҙәтеү системаһын камиллаштырыуҙы ала.  

–Был пилот проект. Әгәр ҙә ыңғай һөҙөмтә бирһә, уны артабан да тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфө мэры Өлфәт Мостафинға сентябргә тиклем Инорс биҫтәһендә енәйәтсек кимәлен кәметеү буйынса аныҡ саралар күрергә һәм тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырырға ҡушты.

***

Кәңәшмә барышында законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡаршы ойошторолған эштең тәүге һөҙөмтәләрен сағылдырған видеоролик күрһәтелде. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы менән берлектә бер ай эсендә ошо йәһәттән комплекслы план төҙөргә һәм республиканың һәр бер район-ҡалаһында уны тормошҡа ашыра башларға ҡушты.

***

Республика биләмәһендә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп таралыу кимәле менән Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, әле сирлләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Уларҙың күбеһе баш ҡалала теркәлгән. Башҡа ҡалаларҙа күрһәткес эпидемиология сигенән сыҡмай. Республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус менән сирләүселәр һаны артып китеү осрағына тулыһынса әҙер. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафына вирус һәм бактерияға ҡаршы препараттар запасы булдырылған, дауаханалар тулыһынса тәьмин ителгән.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter