Обычный вид

Яңылыҡтар

03.02.2019 21:48:00

Радий Хәбиров «Торналар йыры» балетын ҡараны

3 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  «Торналар йыры» балетын ҡараны.

Төбәк етәксеһе менән бергә традицион башҡорт сәнғәте менән танышырға  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына «Хеҙмәт өлкәһе киләсәге» Халыҡ-ара форумы ҡатнашыусылары ла килде.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған абруйлы сара 4 февралдә «Торатау» Конгресс-холында үтә. Форумдың төп маҡсаты – хеҙмәт мөнәсәбәттәре  мәсьәләләренә бәйле фекер алышыу, хеҙмәт өлкәһендә артабанғы эш принциптарын билдәләү, шулай уҡ социаль диалог булдырыу буйынса ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашыу.

Форум эшендә Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, БРИКС, БДБ һәм Европа дәүләттәренең  профсоюз һәм эш биреүселәр ойошмалары ағзалары, фәнни йәмәғәтселек, федераль башҡарма власть органдары, хеҙмәт һәм мәжғүллек буйынса Рәсәй төбәктәре ведомстволары вәкилдәре ҡатнаша.

 Белешмә:

«Торналар йыры» балеты премьераһы 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтә. Спектаклде композиторҙар Лев Степанов менән Заһир Исмәғилев, хореограф Фәйзи Ғәскәров ижад итә. Башҡорт балет сәнғәте өлгөһө Өфө театры репертуарында бөгөнгәсә һаҡлана. Бөтә донъяға билдәле балет сәнғәте оҫтаһы Рудольф Нуреев тап «Торналар йыры» спектаклендә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. 2017 йылда Р.Нуреев исемендәге XXI Халыҡ-ара фестивалдә был спектаклдең яңы постановкаһы тәҡдим ителә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter