Обычный вид

Яңылыҡтар

01.02.2019 15:32:00

Радий Хәбиров ҡала мөхитен үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

1 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала мөхитен үҫтереү һорауҙарына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Мәҙәниәт иҡтисадын, ҡала үҫешен һәм креатив индустрияны өйрәнеү үҙәге  етәксеһе Сергей Капков, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе Сергей Капковты Рәсәйҙә парктар хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы тип  таныштырҙы.

–Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә тупланған тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыуығыҙҙы һорайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә Өфөнө ысын мәғәнәһендә күркәм ҡалаға әүерелдерергә, уны иң сағыу мегаполистар рәтенә индерергә кәрәк.

Сергей Капков баш ҡала етәкселеге менән берлектә Өфө биләмәһен ҡарап сығыуын, шулай уҡ буласаҡ  «Торатау» геопаркы биләмәһендә булыуын билдәләне.

–Геопарктың мөмкинлектәре сикһеҙ. Был биләмәне туристик мәккәгә әйләндерергә мөмкин, – тине Сергей Капков. – Беҙ тәбиғәт парктары төҙөү буйынса Исландия, Япония тәжрибәһен өйрәнә башланыҡ. Иң мөһиме  – ашыҡмаҫҡа, тау тирәләй биләмәне оптималь рәүештә файҙаланыу мөмкинлектәрен ентекле өйрәнергә кәрәк.

Өфөнө үҫтереүгә килгәндә, эксперт уңайлы ҡала мөхитен  булдырыу өсөн алдынғы Рәсәй һәм сит ил ҡалалары тәжрибәһенә таянырға, артабан уны бөтә муниципаль берәмектәргә лә таратырға  кәңәш итте.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар  республиканың йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары варианттарын ҡараны.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter