Обычный вид

Яңылыҡтар

01.02.2019 19:24:00

Өфөлә Рәсәй милли гвардияһының уҡытыу-методик йыйындары тамамланды

1 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһының уҡытыу-методик йыйындарын йомғаҡлау сараһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе офицерҙарҙы күнекмәләрҙең уңышлы тамамланыуы менән тәбрикләне һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградаларын тапшырҙы. Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директорының беренсе урынбаҫары – Рәсәй Федерацияһының милли ғәскәрҙәре баш командующийы Сергей Меликов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Радий Хәбировтың сығышы:

Хөрмәтле иптәштәр!

Һеҙҙе мөһим уҡытыу-методика йыйындарын уңышлы тамамлауығыҙ менән ҡотлайым!

Милли гвардияның махсус тәғәйенләнештәге – иң мобиль һәм һуғышҡа һәләтле бүлексәһе менән осрашыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Һеҙҙең күбегеҙ ҡаты һынауҙар аша үткән, ҡыҙыу нөкәләрҙә хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән, дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.

Милли гвардия террорсыларҙы юҡ итеүҙә, аманатҡа алыныусыларҙы ҡотҡарыуҙа, стратегик әһәмиәттәге объекттарҙы һаҡлауҙа һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеүҙә ҡатнаша. Махсус тәғәйенләнештәге Өфө отряды күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн легендар Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеменә лайыҡ була.

Хөрмәтле Сергей Алимович!

Һеҙгә мөһим уҡытыу-методик йыйындарын үткәреү урыны итеп тап беҙҙең республиканы һайлауығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм.

Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын һәм башҡа мөһим сараларҙы үткәргәндә йәмәғәт именлеген тәьмин итергә тура киләсәк. Сентябрҙә мөһим һайлау кампанияһы көтөлә. Республика көс структуралары ярҙамы менән алда торған ошо һәм башҡа бурыстарҙы лайыҡлы атҡарырбыҙ, тип ышанам.  

Бөтә хеҙмәткәрҙәргә һәм хәрбиҙәргә, милли гвардия ғәскәрҙәре ветерандарына намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Аяҙ күк йөҙө, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ теләйем!

Артабан оло ихласлыҡ менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыуға күсәм.

(Бүләкләү тантанаһы)

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter