Обычный вид

Яңылыҡтар

30.01.2019 16:18:00

Радий Хәбиров федераль бюджеттан өҫтәмә аҡсалар йәлеп итеү һорауҙарына арналған кәңәшмә үткәрҙе

30 ғинуарҙа Республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикаға федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү һорауҙарына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашты.

Радий Хәбировтың сығышы:

Хөрмәтле депутаттар, хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!

Уҙған осрашыуҙан һуң өс айға яҡын ваҡыт үтте. Беҙ һеҙҙең менән республикаға федераль үҙәктән аҡсалар йәлеп итеү буйынса системалы эш башлайбыҙ тип килешкәйнек. Беренсе сиратта, милли проекттар, Рәсәй Федерацияһының дәүләт программалары һәм федераль маҡсатлы программалар буйынса бүленгән аҡсаларҙы күҙ уңында тотабыҙ.

Был эшмәкәрлекте яңы, сифатлы кимәлгә күтәреү маҡсаты ҡуйылды. Парламентарийҙар эшен тап ошо күрһәткес буйынса ла баһалайбыҙ, тип килештек.

Бөгөнгә тәүге аныҡ аҙымдар эшләнде тип әйтергә мөмкин. Федераль программа һәм милли проекттар исемлеге яңыртылды, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары араһынан  уларҙа ҡатнашыуҙы тәьмин итеү йәһәтенән яуаплы кешеләр билдәләнде. Эшсе төркөмдәр булдырылды, унда инеүселәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек регламенты аныҡланды.

Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары эшсе төркөм етәкселәренә, федераль программаларға эләгеүҙә, республика сараларын һәм объекттарын  милли проекттарға индереүҙә килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙы аңлатты. Федераль әһәмиәттәге башҡарма власть органдары менән хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылды.

 Әммә бөгөнгө анализдар күп кенә һорауҙарҙың сиселеше элекке кимәлдә көнүҙәк булып ҡалыуын күрһәтә. Шуның өсөн дә тап депутаттарҙан әүҙемерәк эшмәкәрлек көтәбеҙ.

Мөһим һорауҙарҙың береһе – республиканың 12 йүнәлеш буйынса билдәләнгән  милли проект һәм программаларҙа ҡатнашыуын тәьмин итеү. Бөгөнгә 55 төбәк проектының паспорты эшләнгән һәм раҫланған. Уларҙың кураторҙары билдәләнгән.

Былтыр республикаға 65 млрд һум күләмендә өҫтәмә аҡса ҡайтарылған. Быйыл был сумманы иң кәмендә 70-75 млрд һумға тиклем арттырыу бурысы тора.

 

***

Федераль бюджеттан аҡсалар йәлеп итеү буйынса атҡарылған эштәр һәм 2019 йылға билдәләнгән бурыстар тураһында вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – республика Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов бәйән итте. Уның һүҙҙәренсә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү маҡсатында федераль ярҙам юллау башлыса ике йүнәлеш буйынса алып барыла. Беренсеһе – федераль программаларҙа, икенсеһе – милли проекттарҙа ҡатнашыу.

2018 йыл йомғаҡтарына килгәндә, үҙәктән алынған өҫтәмә ярҙам күләме 65,7 млрд һум тәшкил иткән. Федераль бюждеттан килгән ҡабат ҡайтарылмай торған финанс ярҙам күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләй.

2019 йылға республиканың башҡарма власть органдары тарафынан 43,3 млрд һумға 83 ғариза әҙерләнгән. Бөгөнгә уларҙың 52-һе раҫланған. Шулай уҡ 2020 йылға ғаризалар әҙерләү кампанияһы башланған.   

12 милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 55 төбәк проекты паспорты раҫланған. 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән милли проект сиктәрендә республикаға яҡынса 181 млрд һум аҡса йәлеп итеү күҙаллана. Быйыл 34,8 млрд һум аҡса ҡайтарылыр тип планлаштырыла.

Кәңәшмә барышында Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәре етәкләгән эшсе төркөм эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Республикаға сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь өлкә, транспорт һәм юл инфраструктураһын, һанлы иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, спорт һәм туризм, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йүнәлештәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән программаларҙа ҡатнашыу йәһәтенән яҡынса күҙаллауҙар менән таныштырҙы.

–Беренсе осрашыуҙа һеҙ – федераль дәүләт власы органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыусы төп көс тип әйтеп үткәйнек. Әлегә башҡарған эштәрегеҙҙең ни тиклем һөҙөмтәле икәненә объектив баһа бирә алмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һөйләшкәнсә, квартал һайын осрашып торасаҡбыҙ, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ башҡарған эштәре менән таныштырып, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыр. Кәрәк икән, үҙебеҙҙең яҡтан  ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ. Ә йыл аҙағында осрашҡанда һеҙҙең эшмәкәрлеккә аныҡ йомғаҡтар яһарбыҙ.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter