Обычный вид

Яңылыҡтар

29.01.2019 16:00:00

Радий Хәбиров Сибайҙағы экологик хәл буйынса кәңәшмә үткәрҙе

29 ғинуарҙа Сибайға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡалалағы экологик хәлгә бәйле кәңәшмә үткәрҙе.

Әлеге мәлдә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы карьерында быҫҡыған тау мәғдәндәрен һүндереү һәм атмосфераға  көкөрт газы бүленеүҙе кәметеү маҡсатында эштәр алып барыла.

Ведомство-ара оператив штаб етәксеһе, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов эш дүрт йүнәлеш буйынса алып барылыуын хәбәр итте. Атмосфера һауаһы даими тикшерелә, халыҡҡа ваҡытында аныҡ мәғлүмәт еткерелә, граждандарҙың сәләмәтлеге күҙәтеү аҫтында һәм, әлбиттә, төп эшмәкәрлек карьерҙа таубаҡыр рудаларының быҫҡыуын туҡтатыуға йүнәлтелгән.  

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, бөгөн быҫҡыусы сығанаҡтарҙы һүндереү өсөн балсыҡ, шыйыҡ ҡушымта һәм һелтеле һыу ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта белгестәр кәңәше буйынса «карьер дымлы консервациялауға»  әҙерләнә. Проектҡа ярашлы, февраль башында карьерға өлөшләтә һыу тултырыла башлана. Әлеге мәлдә шахталарҙан ҡорамалдар сығарыла.

 Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов әйтеүенсә, карьерҙы тултырыу өсөн 400 мең куб м. һыу кәрәк буласаҡ. Техник мөмкинлектәр иҫәпкә алынып көн һайын 10 мең куб м. һыу ағыҙыласаҡ. Шуның өсөн дә был эш ай ярым самаһы ваҡытты талап итә.

Был сараларҙың һөҙөмтәлелеге тураһында Г.И.Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы Вячеслав Калмыков һәм «Уралмеханобр» асыҡ акционерҙар йәмғиәте проект ойошмаһы баш инженеры Алексей Пушкин бәйән итте.

–Уҙған килгәнемдә бөтә эштәрҙе 1 февралгә тамамларға ҡушҡайным. Әммә хәл байтаҡҡа ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. 1 февралгә проект әҙер булырға тейеш һәм беҙ төп эшкә күсәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – 20 мартҡа проектҡа ярашлы бөтә талаптар үтәлеп, карьер һыу менән тултырылырға тейеш.

Төбәк башлығы республиканың Сәнәғәт министрлығына Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән берлектә алып барыласаҡ эштәрҙе тулыһынса сағылдырған юл картаһы әҙерләргә ҡушты. Һәр этаптан һуң мониторинг үткәреү фарыз, ул эштең һөҙөмтәлелеген асыҡларға ярҙам итәсәк.

Радий Хәбиров шулай уҡ карьерҙың артабанғы яҙмышы, уның биләмәһен рекультивациялау һорауҙары комбинат етәкселеге ҡатнашлығындағы айырым кәңәшмәлә ентекле ҡараласаҡ тине. Республика етәксеһе Сибай ҡалаһы хакимиәте 1 февралгә тиклем көсөргәнешле режимда эшләүен дауам итә, тип билдәләне.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Енекеева халыҡтың сәләмәтлеге һәм уларға күрһәтелгән консультация-медицина ярҙамы тураһында хәбәр итте. Көн һайын пациенттарҙы 18 йүнәлеш буйынса 35-40 табип ҡабул итә. Бөгөнгә дөйөм алғанда 5,5 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Республика учреждениеларынан ебәрелгән бригадалар үҙ эштәрен 1 мартҡа тиклем дауам итә.

Әлеге мәлдә балаларҙы Ҡырым һәм Башҡортостан шифаханаларына ебәреү буйынса тейешле документтар әҙерләнә. Әлегә ата-әсәләрҙән 371 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 222-һе Ҡырым шифаханаһына. Балалар менән беренсе самолет 20 февралдә осасаҡ. Ял һәм дауаланыу ваҡыты – ике аҙна. Ҡалған ата-әсәләр балаларын республика һауыҡтырыу учреждениеларына ебәрергә теләк белдергән. Улар «Талҡаҫ» һәм  «Һаҡмар» шифаханаларында дауаланыр тип күҙаллана. 

«Деловая Россия» ойошмаһы рәйестәше Андрей Назаров Сибай ҡалаһында йәшәүсе балалар һәм өлкәндәрҙе республика шифаханаларына ебәрергә ярҙам итергә теләүен белдерҙе. Ул шулай уҡ ҡала һәм республика эшҡыурҙарын ошо йәһәттән социаль яуаплылыҡ күрһәтергә саҡырҙы.  

Кәңәшмәне йомғаҡлап, Радий Хәбиров сираттағы осрашыу мартта үтәсәк, унда атҡарылған эш, «дымлы консервацияның» һөҙөмтәлелеге буйынса фекер алышыу күҙаллана.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter