Обычный вид

Яңылыҡтар

28.01.2019 17:40:00

«Төҙөлөш сәғәтендә» проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү мөмкинлектәре барланды

28 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш сәғәте» форматында кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев раҫланған юл карталары сиктәрендә проблемалы объекттар буйынса атҡарылған эштәр менән таныштырҙы.

Дәүләт комитеты белгестәре тарафынан төҙөүсе компания вәкилдәре һәм өлөшсөләрҙең инициатив төркөмдәре  менән осрашыуҙар үткәрелгән. «Яңы Булгаков», «Миловский парк» торлаҡ комплекстарындағы бөгөнгө хәл тикшерелгән, шулай уҡ  Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында күсмә кәңәшмәләр ойошторолған.  

Бөгөн объекттарҙа төҙөлөш эштәрен тамамлау өсөн финанс-иҡтисади схемалар әҙерләнә. Мәҫәлән, Өфөнөң Менделеев, Кувыкин һәм Баҡалы урамдары  киҫелешендәге кварталдағы торлаҡ комплексының төҙөүсеһе алыштырылды. «Меркурий» сәнәғәт холдинг компанияһы яуаплығы сикләнгән йәмғиәттең эшен «Заказ һәм техник күҙәтеү хеҙмәте» муниципаль унитар предприятие дауам итә. Төҙөлөштө тамамлау өсөн яҡынса сығымдар суммаһы иҫәпләнгән. Схема раҫлау өсөн тәҡдим ителәсәк.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты менән берлектә башҡа проблемалы объекттар буйынса әҙерләнгән финанс-иҡтисади схемалар буйынса тулы мәғлүмәт бирергә ҡушты.

–«Миловский парк» буйынса тулыһынса аңлау һәм проблеманы хәл итеү варианттары бар. Был тәңгәлдә һеҙҙең тарафтан эш алып барылыуы миңә мәғлүм. Мәсьәләләрҙе уйлап һәм эҙмә-эҙлекле хәл итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров. – «Меркурий» буйынса шундай уҡ схема әҙерләгеҙ. Атҡарыласаҡ эштәр буйынса аныҡ пландар төҙөлөп бөткәс, төҙөлөш компаниялары менән осрашыуҙар үткәреү мотлаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter