Обычный вид

Яңылыҡтар

28.01.2019 13:50:00

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы коллегияһы ултырышында сығыш яһаны

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһаны. Унда 2018 йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Радий Хәбировтың сығышы:

Хөрмәтле Андрей Иванович! Хөрмәтле ултырышта ҡатнашыусылар!

Бөгөн республика Прокуратураһы коллегияһы ултырышында уҙған йылға йомҡаҡ яһала һәм киләсәккә бурыстар билдәләнә.

Һеҙ көн һайын күләмле эш башҡараһығыҙ. Былтыр ғына прокурорҙар тарафынан 45 меңдән ашыу, тимәк, көн һайын 100-ҙән дә күберәк мөрәжәғәт ҡаралған. Туғыҙ мең осраҡта, йәғни һәр бишенсе ялыуҙа закон һәм граждандарҙың хоҡуҡтары  боҙолоу асыҡланған. Кеше яҙмыштары, йыш ҡына ҡатмарлы һәм тетрәндергес һорауҙар тураһында һүҙ бара. Иң мөһиме – халыҡ һеҙгә ышана, ярҙамға өмөт итә. Был ышанысты, әлбиттә, аҡлау шарт.

Артабан иң көнүҙәк һорауҙарға туҡталып үтәм.

Һуңғы йылдарҙа һеҙ айырыуса хеҙмәт һәм социаль ҡануниәттең теүәл үтәлешен күҙәтеүгә ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Прокурорҙар тарафынан асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙың дүрттән өс өлөшө хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәү мәсьәләләренә бәйле. Былтыр ошо йәһәттән 56 енәйәт эше ҡуҙғатылған, һөҙөмтәлә 93 млн һум күләмендә бурыстар ҡаплатылған.

Ололарға һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе юлларға булышлыҡ итеүегеҙ – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр өсөн баһалап бөткөһөҙ оло ярҙам.

Башҡарма власть органдары менән берлектә бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Һуңғы ике йылда ике меңдән ашыу етем торлаҡ менән тәьмин ителгән. Республика прокуратураһы тәҡдим иткән закон башланғысы нигеҙендә бәлиғ булмағадар эше буйынса комиссия эшмәкәрлегенә талаптар артҡан. Был бик мөһим. Беҙҙә уңышһыҙ, ауыр хәлдәге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр байтаҡ. Ундай ғаиләләрҙә балалар йыш ҡына хәүефле шарттарҙа ҡалыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Ул ҡатлам һәр ваҡыт беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Әлегә өлөшләтә төҙөлөү өлкәһендә тулы кимәлдә тәртип урынлаштырып бөтөп булмай. Былтыр өлөшсөләр хоҡуҡтары боҙолоуға бәйле 18 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Артабан да уртаҡ көс менән ошо проблеманы хәл итәсәкбеҙ: ышанысһыҙ төҙөлөш компанияларын яуаплылыҡҡа тарттырып, уларҙан зыян күргән һәр кешенең торлаҡҡа хоҡуғын тулыһынса тергеҙергә тейешбеҙ. 

Уртаҡ эшебеҙҙең тағы ла бер мөһим йүнәлеше – коррупцияға ҡаршы көрәш. Былтыр закон нигеҙендә билдәләнгән тыйыуҙар һәм сикләүҙәрҙе инҡар иткәндәре өсөн ҡайһы бер республика башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре яуаплылыҡҡа тарттырылды. Вазифа менән файҙаланыу осраҡтары һәм хеҙмәт бәхәстәренә ҡаршы көрәш сиктәрендә профилактика сараларын көсәйтергә һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы махсус идаралыҡ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырам.  

Хөрмәтле коллегалар!

Уҙған аҙнала мин Урал аръяғы райондарының ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән осраштым. Улар барыһы ла сертификацияланмаған алкоголь продукцияһы менән сауҙа – халыҡ сәләмәтлегенә зыян килтерә, тип белдерә. Был хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең сәләмәтлегенә, уларҙың ғаиләләренең именлегенә, ғүмер оҙонлоғона кире йоғонто яһаған оло афәт. Халыҡтың күпләп ҡырылыуына алып килгән күренеште туҡтатырға кәрәк. Прокуратура хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт именлеге советтары менән берлектә уға ҡаршы көрәште киң йәйелдерергә тейеш. Бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр әйләнеше буйынса ниһайәт тәртип урынлаштырылырға тейеш.

Миҫал өсөн Әбйәлил районын алайыҡ. Хакимиәт башлығы законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатылған бөтә нөктәләрҙе лә беләбеҙ, ти. Ауыл хакимиәте башлыҡтары 248 нөктәне атаны, уларҙа тәүлек әйләнәһенә суррогат эсемлектәр һатыла. Шуның өсөн дә был хәлде ысын мәғәнәһендә геноцид тип атайым, уға ҡаршы етди саралар күрелергә тейеш.

Алда көтөлгән күләмле ижтимағи-сәйәси саралар – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары, республика Башлығын һәм урындағы үҙидара органдарға депутаттар һайлау алдынан  террор ғәмәленә ҡаршы сараларҙы көсәйтеү шарт. Экстремизм  идеологияһын таратыусыларға ҡаршы көрәшкә һәм социаль объекттарҙағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Былтыр Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай һайлауҙарына әҙерлек һәм үткәреү барышында күрһәткән эшегеҙҙе айырым билдәләп үтергә теләйем. Прокуратура, үҙ вәкәләттәре сиктәрендә, һайлау ҡануниәте боҙолған осраҡтарға ваҡытында иғтибар бүлде. Сентябрҙә көтөлгән һайлауҙар барышында ла шундай уҡ яуаплылыҡҡа саҡырам.

Хөрмәтле иптәштәр!

Һүҙемде йомғаҡлап,  намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең эш һөҙөмтәләре прокуратура бөтә тейешле ресурстарға, иң мөһиме, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ юғары әҙерлекле кадрҙарға эйә булыуын күрһәтә. Киләсәктә лә законлылыҡты нығытыу, дәүләт һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса намыҫлы хеҙмәтегеҙгә ышанып ҡалам.

Уңыштар теләйем!

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter