Обычный вид

Яңылыҡтар

28.01.2019 12:16:00

Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда Республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре һәм район-ҡала хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.  

Кәңәшмә башында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт комплексы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле оператив яңылыҡтар барланды.

***

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы тураһында һөйләне. Бөгөнгә район-ҡала хакимиәттәренең рәсми сайттарында 2019 йылда төҙөкләндереләсәк йорттар исемлеге урынлаштырылған. Республика буйынса берҙәм мәғлүмәт Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында бар.

Алты йылға иҫәпләнгән программаны тормошҡа ашырыу өсөн 6 млрд һум йүнәлтеү ҡаралған. Уның 1 млрд һумы – 2019 йылда тотоноласаҡ. Йыл һайын яҡынса 4 мең подъезды ремонтлау күҙаллана.

20 февралгә тиклем муниципаль берәмектәр торлаҡ хужалары менән йыйылыштар үткәрергә, шулай уҡ һәр подъездан төҙөкләндереү эштәрен күҙәтеп, ҡабул итеүсе вәкилдәрһайланырға  тейеш. 15 апрелгә тиклем подрядсы ойошмаларҙы асыҡлау өсөн конкурс процедуралары үтәсәк.  Быйылға планлаштырылған төҙөкләндереү эштәре 1 ноябргә тамамланырға тейеш.

Радий Хәбиров апрель уртаһында Башҡортостанда «Управдом» республика форумы үтәсәк, унда ошо тармаҡҡа бәйле актуаль һорауҙар ҡараласаҡ, тине. Шуғаса ошондай уҡ саралар һәр бер район-ҡалала үтергә тейеш. Хакимиәт башлыҡтарының төп бурысы – халыҡты айырым биләмәләрҙе,  подъездар һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһы менән таныштырыу.

***

Артабан Юрий Палтусов ихата биләмәләрен төҙөкләндереү тураһында һөйләне. 2019 йылда «Ҡала мөхите» һәм «Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы 142 йәмәғәт биләмәһен һәм 480 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын хәүефһеҙ резина япмалар менән тәьмин итеү, эскәмйә, сүп һауыттары, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыу һәм биләмәләрҙе ҡойма менән уратыу, йәшелләндереү, яҡтыртыу, асфальт йәйеү, автомобиль ҡуйыу урындары булдырыу, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү һәм видеокүҙәтеү ҡорамалдары урынлаштырыу эштәре күҙаллана.  

Ошо маҡсатта 2019 йылда 3 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, был былтыр бүленгән сумманан өс тапҡырға күберәк. Граждандар тарафынан өлөшләтә финанслау күләме дөйөм сумманан ни бары 1 процентты тәшкил итәсәк.

20 февралгә тиклем бөтә муниципаль берәмектәргә, шулай уҡ торлаҡ хужалары менән йыйылыштар үткәреү, башҡарыласаҡ эш төрҙәрен асыҡлау, төҙөкләндереүҙе контролдә тотоусы вәкилдәр һайлау бурысы ҡуйылды. Айырым биләмә һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәре 15 майҙа башланып 31 августа тамамланыр, тип күҙаллана.

–Беҙ алдан уҡ эштәр ниндәй талаптар буйынса атҡарыласағы тураһында һөйләштек. Тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ аҫтына алам, әгәр ҙә балалар өсөн уйын майҙансыҡтарында хәүефһеҙ япмалар булмаһа – ихаталар ҡабул ителмәйәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың финанстар министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лира Иғтисамова республика бюджеты үтәлеше һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.  2018 йылда республиканың тупланма бюджетына 240 млрд һумға яҡын керем ингән. Был 2017 йыл менән сағыштырғанда 39 млрд һумға күберәк. Һалым һәм һалымға ҡарамаған килем 200 млрд һум тәшкил итә. 40 млрд һумдан ашыу аҡса федераль бюджеттан килә.

Тупланма сығым 215 млрд һум күләмендә үтәлгән. 2017 йыл менән сағыштырғанда  был 26 млрд һумға күберәк. Республика һәм урындағы бюджеттарҙы иҫәпкә алғанда, берҙәм  профицит күләме – 24,6 млрд һум.

Республика бюджетына һалым һәм һалымға ҡарамаған килем 162,3 млрд һум күләмендә инә. 2017 йыл менән сағыштырғанда был 30,5 млрд һумға күберәк. Был күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында 59-сы урындан туғыҙынсы урынға, ә Волга буйы федераль округында 11-се урындан икенсе урынға күтәрелгәнбеҙ. Федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан килгән ҡабат ҡайтарылмай торған керем иҫәбе менән республика бюджеты 202,7 млрд һумға етә. Республика ҡаҙнаһы сығымдары 180 млрд һум тәшкил итә.

Былтыр 14,2 млрд һум аҡса үҙләштерелмәй. Уларҙың 700 млн һумы федераль бюджеттан йүнәлтелгән аҡсалар. Был йәһәттән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Торлаҡ төҙөлөшө комитеты, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм башҡа ведомстволар үҙ эшмәкәрлектәрендә объектив сәбәптәр буйынса һүлпәнлек күрһәтә. Республика бюджетынан йүнәлтелгән аҡсаларҙы ваҡытында үҙләштермәүгә килгәндә, Юл фонды һәм Республика адреслы инвестиция программаһы үтәлешендәге тотҡарлыҡтар булыуы һыҙыҡ аҫтына алынды.

Урындарҙағы ҡаҙнаға 37,3 млрд һум һалым һәм һалымға ҡарамаған килем инә. Был сумма 2017 йыл менән сағыштырғанда 3,8 млрд һумға күберәк. Бюджет үтәлеше – 106,1 процент, йәғни йыллыҡ план бөтә муниципаль берәмектәр тарафынан да арттырып үтәлгән.

Радий Хәбиров 2017 йыл менән сағыштырғанда килем өлөшөн үҫтереүгә ирешкәндәре өсөн Бүздәк, Благовар, Йәрмәкәй, Иглин, Нуриман, Салауат, Учалы, Саҡмағош райондары һәм Ағиҙел, Күмертау ҡалалары башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе.

–Һеҙ ярайһы юғары күләм, һалым һәм һалымға ҡарамаған керем темпы үҫеше күрһәттегеҙ. Ҙур рәхмәт. Артабан да шулай эшләгеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

***

Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөләге «Салют» балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры киләсәгенә бәйле һорау күтәрелде. Бөгөн ул банкрот алды хәлендә. Киләсәктә уның базаһында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге төҙөү күҙаллана.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter