Обычный вид

Яңылыҡтар

25.01.2019 16:00:00

Әбйәлил районына эш сәфәре

25 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Әбйәлил районына сыҡты.

***

Йәнекәй ауылында төбәк етәксеһе урындағы халыҡ менән аралашты, улар төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Йәнекәйҙәр әйтеүенсә, ауыл һуңғы йылдарҙа әүҙем үҫешә, йәштәр ҡала. Шуға бөгөн яңы балалар баҡсаһына ихтыяж бар. Радий Хәбиров быйыл проект-смета документтары әҙерләргә ҡушты, мәктәпкәсә учреждениены төҙөү киләһе йылда башланыр. Ә транспорт бәйләнеше, зәңгәр яғыулыҡ, урамдарҙы яҡтыртыуға бәйле һорауҙарҙы район хакимиәте башлығы ҡатнашлығындағы ауыл йыйылышында ҡарарға, артабан аныҡ план төҙөргә кәңәш итте.

Йәнекәйҙә Радий Хәбиров Закирйәновтар ғаиләһе йортона ла һуғылды. Уларҙың биш йәшлек улы Рамаҙан менән төбәк етәксеһе былтыр октябрь айында Әбйәлил районына эш сәфәре барышында танышҡайны. Рамаҙандың ата-әсәһе – Радмир менән Әлиә Өфөлә осрашҡан, бынан өс йыл элек улар тыуған яҡтарына күсеп ҡайта. Әлиә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләй, ә Радмир эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Бер төркөм ауылдаштары менән кооперативҡа берләшеп мал һуйыу цехы төҙөргә йыйынылар. Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған конкурста ҡатнашып улар 3 млн һум күләмендә грант алған. Радий Хәбиров район хакимиәте башлығына предприятиены ваҡытында сафҡа индереү өсөн кәрәкле ярҙамды күрһәтергә ҡушты.

***

Әбйәлил районында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Урала легендаһы» Digital Ҡоролтай ҡатнашыусылары менән осрашты һәм дәүләт власы органдарының социаль селтәрҙәрҙә эшләү принцибы буйынса фекер алышты.  

–Беҙгә, чиновниктарға, интернет, социаль селтәрҙәрҙә эшләү – ныҡ етди саҡырыу, шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны ҡабул иттек. Мин һәр ваҡыт, беҙ – төбәк етәкселәре, район-ҡала башлыҡтары,   халыҡ ҡайҙа – беҙ ҙә шунда булырға тейеш тигән ҡараштамын, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр ҙә халыҡ тап интернетта үҙҙәренең фекерҙәре, ыңғай йә кире ҡараштары менән уртаҡлаша икән, тимәк, беҙ ҙә шунда булырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн ул мөһим инструмент. Әгәр ҙә ошо тәңгәлдә эшебеҙҙе дөрөҫ ҡора алһаҡ, ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин буласаҡ.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, социаль селтәрҙәр сетерекле мәсьәләләрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итеүҙән тыш, власть вәкилдәренә граждандарға үҙҙәренең ҡараш, фекерҙәрен аңлатырға мөмкинлек бирә.

Радий Хәбиров, шулай уҡ республика чиновниктарына социаль селтәрҙәрҙә шәхси битте алып барыу буйынса үҙ кәңәштәрен бирҙе. Төп принцип – ихласлыҡ һәм һәр нәмәгә адекват ҡараш. Бынан тыш, текстарҙы бюрократик тел менән түгел, ә мөмкин тиклем ябай һәм аңлайышлы яҙыу.  

***

Әбйәлил районының шифахана-курорт биләмәһендә төбәк етәксеһе «Берёзки» һәм «Яҡтыкүл» ял йорттары менән танышты. Ул дауалау һәм торлаҡ корпустарҙы ҡараны. Артабан Башҡортостан Хөкүмәте һәм район хакимиәте ағзалары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе, унда курорт биләмәһен артабан үҫтереү һорауҙары ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был тәңгәлдә ике йүнәлештә эшләргә кәрәк: беренсенән, торлаҡ корпустарында косметик төҙөкләндереү эштәре үткәреү, икенсеһе, биләмәне комплекслы үҫтереү, шул иҫәптән, яңы корпустар төҙөү һәм күлдең тирә-яғын төҙөкләндереү.

Төбәк етәксеһе вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға бер аҙна эсендә, район хакимиәте ҡарашын да иҫәпкә алып, курорт биләмәһен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был һорау артабан махсус кәңәшмәлә ентекле өйрәнеләсәк.

***

Әбйәлил районында шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Учалы һәм Хәйбулла райондарының ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары өсөн Урал аръяғын үҫтереү мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмә үтте.

–Мин республика буйлап йыш йөрөйөм һәм һәр саҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары менән осрашам. Күңелдә иң йылы тәъҫораттар ҡала. Сөнки улар барыһы ла – үҙ эштәренең оҫтаһы, халыҡ тормошона битараф түгелдәр. Үҙ эшебеҙҙә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн бөгөн һеҙгә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлау минең өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. Үҙ эшемдә мотлаҡ һеҙҙең ярҙам, һеҙҙең иңде тойорға теләйем. Һеҙ республиканың 1,5 млн халҡы менән эшләйһегеҙ, урындарҙағы мәсьәләләрҙе иң беренсе булып тап һеҙ хәл итәһегеҙ. Беҙҙең өсөн ауыл бик мөһим. Сөнки ул рухи сығанаҡтарыбыҙҙы һаҡлай, республика иҡтисадының мөһим өлөшөн билдәләй. Шуның өсөн дә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының ролен һәм әһәмиәтен мин яҡшы аңлайым.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter