Обычный вид

Яңылыҡтар

24.01.2019 20:30:00

«Инвестиция сәғәтендә» 7 мең баш малға иҫәпләнгән һөт комплексы проекты раҫланды

24 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашты. “Инвестиция сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә Республика Хөкүмәте  ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, район-ҡала хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.

Был юлы ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек етештереү, Өфөлә технопарк һәм келәт комплексын киңәйтеүгә бәйле инвестиция проекттары тәҡдим ителде.

Кушнаренко районында төҙөлөр тип күҙалланған, 7000 баш эре мөгөҙлө малға иҫәпләнгән һөт комплексы проекты айырым ҡаралды. “Башкир-Молоко” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт генераль директоры Кирилл Ершов әйтеүенсә, комплекс үҙ эсенә ике ферма һәм мал аҙығы етештереү цехын ала. Комплекс ҡеүәте – йылына 75 мең тонна һөт. Инвестиция күләме – 9,6 млрд һум. Комплекс проектҡа ярашлы тулы ҡеүәткә эшләй башлағас, мал аҙығы етештереү үҙәге заманса рацион менән республика фермер хужалыҡтарын да тәьмин итә аласаҡ.

–Төбәктә сифатлы һөткә ҡытлыҡ барлығын иҫәпкә алып, был проектҡа тоҡомло мал йәлеп итеп, иң яҡшы заманса технологияларға нигеҙләнеп эшләргә теләйбеҙ, –тине Кирилл Ершов.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов ошондай ҙур проекттар, артабан үҙ артынан һөт эшкәртеү тармағы инвесторҙарын да республикаға йәлеп итә. Бер-нисә фирма Башҡортостанға килергә теләк белдерҙе лә инде, тине.

–Был проект беҙҙе ҡыҙыҡһындыра, шуға ла үҙебеҙҙең яҡтан тейешле ярҙамды күрһәтергә тырышасаҡбыҙ, – тигән фекерен белдерҙе Радий Хәбиров.

Тоҡомло мал һатып алыу һәм аҙыҡ етештереү цехын төҙөү буйынса сығымдарҙың бер өлөшө әле эшләп килгән Ауыл хужалығы комплексына ярҙам программаһы сиктәрендә ҡайтарылыр, шулай уҡ инженер инфраструктура төҙөлөшө буйынса ярҙам күрһәтелер, һалым ташламалары ҡаралыр, тип күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter