Обычный вид

Яңылыҡтар

23.01.2019 20:34:00

Радий Хәбиров мәғлүмәти киңлектә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

23 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров граждандарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып Радий Хәбиров мәғлүмәти киңлекте заманса көйләү буйынса төп һорауҙарҙы һәм берҙәм эшмәкәрлек йүнәлешен билдәләне.

Александр Жаров Башҡортостанда Роскомнадзор менән берлектә закон тарафынан тыйылған мәғлүмәттәрҙе таратыусы интернет-ресурстар эшен туҡтатыу буйынса актив эш алып барылыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

–Социаль селтәрҙәргә килгәндә, күптәр йәшерен трафик ҡуллана. Шуға ҡайһы бер төркөм һәм биттәрҙе ябыу мөмкинлеге юҡ, – тип аңлатты Александр Жаров. – Ғәҙәттә, ялған йә кире мәғлүмәттәрҙе селтәрҙәрҙән алдыртыуға ирешәбеҙ. Был бик оҙайлы процесс, әммә тәжрибәле белгестәр һәр саҡ һөҙөмтәле юлдарын таба. Шуға хәүефле ресурстарға юлыҡҡанда беҙҙең хеҙмәткә мотлаҡ мөрәжәғәт итергә саҡырам.

Роскомнадзор етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй социаль селтәрҙәре менән берлектә аңға кире йоғонто яһаған мәғлүмәттәргә ҡаршы көрәш буйынса ваҡытында күрелгән саралар йөҙәрләгән ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ялған мәғлүмәт  – «фейк» -яңылыҡтар таратыуға юл ҡуймау мәсьәләһен дә күтәрҙе.

–Ялған мәғлүмәт тап кәрәкле мәғлүмәт етмәгән осраҡта барлыҡҡа килә, – тине Жаров. – Әгәр ҙә хәл-ваҡиғалар тураһында тулы хәбәрҙәр дәүләт власы органдары, рәсми киң мәғлүмәт саралары тарафынан даими еткерелеп тора икән, нигеҙһеҙ яңылыҡтарға урын ҡалмай. Төбәк етәкселәренә Роскомнадзор был тәңгәлдә лә ярҙам күрһәтә ала. Сөнки беҙ ижтимағи-сәйәси теманы яҡтыртҡан бөтә киң мәғлүмәт сараларына автоматик мониторинг үткәрәбеҙ.

Граждандар хәүефһеҙлегенә бәйле мөһим һорауҙарҙың береһе – шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау. Бөгөн Башҡортостанда 12,5 мең оператор граждандар тураһындағы шәхси мәғлүмәттәр менән эшләй. Әммә, йыш ҡына граждандар үҙҙәре  ошо юҫыҡтағы енәйәттәргә юл ҡуя, улар артығын уйлап тормайса социаль селтәрҙәр, башҡа ресурстарҙа үҙҙәре һәм яҡындары тураһында тулы мәғлүмәт урынлаштыра. Был йәһәттән, бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр араһында даими рәүештә профилактика-аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш.

–1-2 февралдә Өфөлә I Мәғариф форумы үтәсәк. Беҙ унда республика мәктәптәрендә булдырылған белем биреү мөхитенә тулы анализ эшләп, мәғариф системаһы – заманса, балаларға уҡыу шарттары уңайлы булһын өсөн Хөкүмәт, муниципаль берәмектәр нимә эшләй ала, тигән һорауға яуап алырға теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ балаларҙы БДИ-ға әҙерлек, башҡа меңәрләгән эштәр менән күмә алабыҙ, әммә тап мәктәп йәшендә уларҙың граждандар булып формалашыуын, эске донъяһы нисек камиллашыуын, физик һәм психик сәләмәтлектәре үҫеше тураһында онотоп ебәрәбеҙ.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе агрессив мәғлүмәти йоғонтонан һаҡлау – төп мәсьәләләрҙең береһе. Уны хәл итер өсөн тәрбиәүи һәм аңлатыу эштәре тейешле кимәлгә ҡуйылырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова ла  интернетта йәш быуынды һағалаған төп хәүеф сығанаҡтарын атап үтте.

–Тыйыу юлы менән генә кәрәкле һөҙөмтәгә ирешеү мөмкин түгел. Бәлиғ булмағандарҙың интерент-ҡулланыусы булараҡ белемдәрен арттырыу йүнәлешендә эшләргә, күберәк профилактика менән шөғөлләнергә һәм балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып позитив контент булдырырға кәрәк,  – тине ул.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, белем биреү учреждениеларында балаларҙың ниндәй интернет-ресурстарға инеүҙәре буйынса даими күҙәтеү алып барыла. Кәрәк тип табылһа, мәктәптәр һәм урта һөнәрселек белем биреү учреждениеларында айырым сайттарға техник  блок ҡуйыла.

2018 йылдың ноябрендә Балаларҙың мәғлүмәти киңлектәге хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса концепция раҫланған. Уның сиктәрендә бер-нисә сара үткәрелгән: 280 мең бала өсөн интернет-хәүефһеҙлек темаһы буйынса дәрестәр үткәрелгән, 53 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы махсус квеста ҡатнашҡан. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты тарафынан 2-11 синыфтар өсөн өҫтәлмә программа төҙөлгән. 2018 йылда ул республиканың бер нисә мәктәбендә һынау үткән.

Башҡортостан мәғариф министрлығы күрһәтмәһе буйынса, быйылғы уҡыу йылында республика педагогтарының 20 проценты тап балаларҙың интернеттағы хәүефһеҙлеге проблемалары буйынса квалификация күтәреү курстарын үтергә тейеш. Күҙаллауҙар буйынса, был курстарға 7000-дән ашыу уҡытыусы йәлеп ителәсәк.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter