Обычный вид

Яңылыҡтар

23.01.2019 17:18:00

Роскомнадзор етәксеһе Александр Жаров менән осрашыу

23 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров менән осрашты. Һанлы телетапшырыуҙарға күсеү, төбәк һәм муниципаль телевидениены үҫтереү, интернетта балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

–Роскомнадзор – илебеҙ һәм уның халҡы мәнфәғәте һағында торған һөҙөмтәле эшләүсе тармаҡтарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы эшен юғары баһалайым.

Төбәк етәксеһе тотош илдәге кеүек, Башҡортостанда ла һанлы телевидениеға күсеү процессы дауам итеүен, ул 2019 йылдың 3 июнендә тамамланырға тейешлеген белдерҙе.

–Әлбиттә, был бик мөһим һәм кәрәкле эш. Сифатлы, яҡшы картина менән тәьмин итер цифралы форматта эшләйәсәк каналдар һанын арттырыу хуплауға лайыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Тулы күсеш осоро өсөн беҙгә өҫтәлмә ваҡыт биреүҙәре һөйөндөрҙө. Республика биләмәһе ҙур һәм географик йәһәттән үҙенсәлекле.  Был ваҡыт ошо сәбәпле килеп тыуған ҡайһы бер һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Өҫтәлмә саралар күрелмәһә, ҙур булмаған 1000-дән ашыу ауыл телевидениеһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал. Һанлы телевидениеға күсеү халыҡ өсөн финанс йөкләмә булмаһын өсөн  беҙ компенсация сараларын да күрҙек.

Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе цифралы мультиплексҡа инмәгән республиканың төп телеканалы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһын үҫтереү буйынса һорауҙар барлығын һыҙыҡ аҫтына алды.

–БСТ – беҙҙең өсөн мөһим телеканал, ул тапшырыуҙарын республикалағы ике дәүләт телендә – русса һәм башҡортса алып бара. Был каналды беҙ һаҡларға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.  

–Башҡортостандың өҫтөнлөклө яҡтары күп. Кабель телевидение менән тәьминәт буйынса ил кимәлендә иң алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, Өфө кабель телевидение менән 100 процентҡа тәьмин ителгән. Шуға ла ҙур ҡалаларҙа төбәк телеканалын ҡару мөмкинлеге бар, – тине Александр Жаров. – Цифралы төбәк телевидениеһы мәсьәләһенең ыңғай сиселешенә ышанысым ҙур. Был – яҡын арала хәл ителә торған һорауҙарҙың береһе.

Роскомнадзор етәксеһе шулай уҡ  тамашасы өсөн ҡыҙыҡлы уникаль төбәк контентын булдырыу  мөһимлеген билдәләне.

–Балаларҙы интернеттағы ялған һәм кире мәғлүмәттәрҙән һаҡлау йүнәлешендә алып барған эшмәкәрлегегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәтемде белдерәм, – тине Александр Жаров. – Мөһим йүнәлештәрҙең береһе – балалар һәм үҫмерҙәр тураһында шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау. Башҡортостанда беҙ Мәғариф министрлығы менән берлектә  «Дневник.ру» һәм башҡа системалар ярҙамында мәктәптәрҙә белем алған миллион ярым баланы иҫкәрттек. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда – был яҡшы күрһәткес.

Радий Хәбиров, балаларҙы агрессив тышҡы мөхиттән һаҡлау, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙә ҡурсалау Беренсе Мәғариф форумының төп темаһы буласаҡ. Сара 1-2 февралдә үтә, форум эшендә мәктәп директорҙары, эксперттар, уҡытыусылар ҡатнашасаҡ, тине. Төбәк етәксеһе Роскомнадзор вәкилдәрен дә форумда сығыш яһарға саҡырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter