Обычный вид

Яңылыҡтар

23.01.2019 14:29:00

Радий Хәбиров Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ҡараны

23 ғинуарҙа  Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер-нисә күп фатирлы йорттоң подъезын ҡараны.

Беренсе туҡталыш – Гоголь урамы, 60 адресы буйынса урынлашҡан алты ҡатлы йорт. Йорт советы рәйесе Ольга Ефимова әйтеүенсә, 1976 йылда төҙөлгәндән был йорттоң подъездарында ни бары бер тапҡыр ғына ремонт эшләнгән.

–Беҙ әле Өфөнөң үҙәгендә, Черниковака йә Затон биҫтәһендәге йорт подъездарындағы хәлде күҙ алдына ла килтереүе ауыр, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе, Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса республика программаһына ярашлы, мотлаҡ атҡарыла торған эштәр исемлегенә – тәҙрә һәм ишектәрҙе алыштырыу, беренсе ҡатта иҙәнгә плитка түшәү, стеналарҙы буяу, электр сымдарын кабель-каналдар менән ҡаплау һәм энергияны һаҡсыл тотоноусы лампочкалар ҡуйыу, почта йәшниктәрен алыштырыу инергә тейеш, тине. Иң мөһиме, халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн, эште тиҙ һәм сифатлы атҡарыу мөһим.

Ольга Ефимова әйтеүенсә, былтыр Уңайлы ҡала мөхите программаһы сиктәрендә йорт алдында балалар спорт майҙансығы төҙөлгән, асфальт түшәлгән һәм  автомобилдәр ҡуйыу урыны булдырылған. Йортта йәшәүселәр төҙөкләндереү өсөн үҙҙәре лә өлөшләтә аҡса индергән. Республика программаһы ла халыҡ иҫәбенән иғәнә йыйыуҙы күҙаллаймы, тип ҡыҙыҡһынды йорт советы рәйесе. Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, халыҡ ҡаршы килмәһә, ундай мөмкинлек инҡар ителмәй. Был осраҡта бер фатирҙан алынасаҡ хаҡ 170 һум тирәһе буласаҡ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, халыҡтан иғәнә йыуыу – тәүмаҡсат түгел, бары тик төҙөкләндереү эшендә уларҙың да өлөшө барлығын аңларға саҡырыу ысулы. Ул саҡта  дөйөм милеккә ҡарата  һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Шуға ла бөтәһенән дә, бигерәк тә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм пенсионерҙарҙан аҡса йыйырға кәрәкмәй.

–Программаны тормошҡа ашырыу өсөн бөтә сығымдар бюджетта ҡаралған. Әле бары ойоштороу эштәре алып барыла. Хөкүмәт үҙе яғынан барыһын да эшләне. Хәҙер район-ҡала хакимиәттәренән аныҡ план көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, йәмәғәтселек һәм халыҡтың ярҙамы талап ителә. Әгәр ҙә программа төп маҡсатына ирешһә, күп ҡатлы йоррттарҙың поъездары күҙгә күренеп үҙәгәрәсәк.

Цюрупа урамы, 83 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәрҙе лә шундай уҡ  һорауҙар ҡыҙыҡһындыра. Был йорт 1971 йылда төҙөлгән. Подъезд торошо күпкә яҡшыраҡ, әммә йортта йәшәүселәр уларҙа ла капиталь ремонт үтеүен һорай.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиле әйтеүенсә, был аҙнала ведомствоның сайтында 2019 йылда программаға  эләгәсәк йорттар исемлеге баҫыласаҡ. Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, быйыл Өфөлә йәмғеһе 1590 подъезд ремонтлау күҙаллана.

Радий Хәбиров февраль аҙағы – март башында йорт советтары ағзалары ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш үтәсәген белдерҙе. Унда программаны тормошҡа ашырыуға бәйле актуаль һорауҙар ҡараласаҡ. Шулай уҡ йыл һөҙөмтәләре буйынса, муниципаль берәмектәр араһында иң яҡшы подъездға конкурс үтәсәк, тип күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter