Обычный вид

Яңылыҡтар

18.01.2019 19:40:00

Радий Хәбиров менән Сергей Аксёнов Сибай бала табыу йортонда булды

18 ғинуарҙа, Сибайға эш сәфәре барышында, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Үҙәк ҡала дауаханаһының бала табыу йортонда булды.

Ике төбәк етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, дауахананың табиптар, ҡорамалдар һәм медикаменттар менән тәьмин ителеше буйынса ауырлы ҡатындарҙың фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Пациенттарҙың береһе өлкән улының ныҡ йүтәлләүенә зарланып, Сибай балалары менән уны ла Ҡырымға дауаланыуға ебәреп булырмы, тип ҡыҙыҡһынды.

–       Беҙ Магнитогорск ҡалаһынан өс чартер рейс ойошторасаҡбыҙ. Билет хаҡын тулыһынса республика үҙ өҫтөнә ала. Һеҙҙең бурыс – баланы оҙатып барыусы бер өлкән кеше табыу, - тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – борсолмағыҙ. Сибайҙа килеп тыуған мәьәләне тиҙ арала мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter