Обычный вид

Яңылыҡтар

18.01.2019 14:31:00

Ҡырым Республикаһы делегацияһы менән осрашыу

18 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Республикаһы Башлығы  Сергей Аксёнов етәкселегендәге рәсми делегация менән осрашты. Яҡтар иҡтисади, социаль, мәҙәни өлкәләге хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтереү тураһында фекер алышты.

Атап әйткәндә, ҡала төҙөлөшө һәм Евпаторийҙағы Башҡортостанға бирелгән “Юбилейный” шифаханаһын төҙөкләндереүҙең архитектура концепцияһы ҡаралды. Шулай уҡ ике төбәк араһында шифахана-курорт, төбәк-ара туризм бәйләнештәре булдырыу шарттары, сыймал һәм әҙер продукция менән алмашыу ихтыяжы һәм мөмкинлектәре барланды.

Башҡортостан менән Ҡырым Республикаһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшө өсөн Радий Хәбиров Сергей Аксёновҡа Халыҡтар Дуҫлығы ордены тапшырҙы.

Стенограмма:

Р. ХӘБИРОВ: Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар, хөрмәтиле, Сергей Валерьевич!

Һеҙҙең Башҡортостанға килеүегеҙ – беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки Ҡырым Республикаһы Рәсәй составынан ингәндән алып, хәҙер инде биш йыл, беҙ һеҙҙең менән ысын дуҫтарса һәм эшлекле мөнәсәбәттәр булдырҙыҡ. Бөгөн нефтехимия, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар буйынса хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ғөмүмән, Һеҙ беҙҙең өсөн туғандарса  яҡынһығыҙ.

Сергей Валерьевич, кисәге осрашыу барышында артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын барлап үттек, беҙҙең республикаға ҡағылғандарынан һуңғы килешеүебеҙгә иғтибар бүлгем килә.

Һеҙгә мәғлүм, бөгөн Сибай ҡалаһында ярайһы ҡатмарлы хәл күҙәтелә.  Карьер төтәү сәбәпле һауа бысрана, ҡала халҡы ҡыйынлыҡтар кисерә. Ошо хаҡта фекер алышҡанда Һеҙ дауаланыу һәм профилактика өсөн беҙҙең 500 баланы үҙегеҙҙең шифаханаларға ҡабул итәсәгегеҙҙе белдерҙегеҙ.

Ике төбәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен  – тап ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға, терәк-таяныс булырға ашыҡҡан ысын дуҫлыҡ тәшкил итә. Тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт!

С. АКСЁНОВ: Хөрмәтле Радий Фәрит улы, хөрмәтле коллегалар!

Шәхсән үҙемдең һәм коллегаларым исеменән быға тиклем атҡарылған уртаҡ эштәр өсөн рәхмәтемде белдерәм. Делегация составында, Башҡортостан Республикаһы үҙ ҡанаты аҫтына алған, Белогорск районы вәкилдәре лә бар. Ысынлап та, беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса ла Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тоябыҙ. Бөгөн Һеҙҙең менән булған шәхси дуҫлығыбыҙ һәм нәҡ 2014 йылда күрһәткән ярҙамығыҙҙы баһалап, ике төбәк араһында иҡтисади бәләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр күрәм.

Минең коллегалар Башҡортостанға саҡ ҡына иртәрәк килде, улар тәжрибә уртаҡлашып өлгөрҙө. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаларына бөтә йүнәлештәр буйынса  методик ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт. Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса тулы мәғлүмәт алдыҡ. Беҙ өлгөлө практикаларҙы үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ, Башҡортостанда ҡулланған алдынғы ысулдарҙы үҙебеҙҙең республикала тиражларға әҙербеҙ. Беҙҙеңсә, Рәсәй төбәктәренең үҫеше үҙ-ара тығыҙ һәм емешле хеҙмәттәшлеккә лә бәйле.  

Өҫтәүенә ил Президенты бөтә субъекттар алдына уртаҡ бурыс ҡуйҙы  –  милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле һорауҙарҙы хәл итеү. Тәжрибә уртаҡлашыу, алдынғы ысулдарҙы үҙләштереү һәм таратыу юлы менән төп маҡсатҡа ирешәсәкбеҙ. Мин дә Һеҙгә оло рәхмәтемде һәм ихтирамымды белдерәм.

Барығыҙҙы ла Ҡырым Республикаһына ҡунаҡҡа саҡырам. Хәҙергә Башҡортостан балаларын көтөп ҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙ-ара туристик мөнәсәбәттәрҙең нығыныуына ышанысыбыҙҙы белдерәбеҙ.

Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлгә килгәндә, тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым, беҙ иңебеҙҙе терәргә әҙер. Иң ауыр саҡта беҙгә таяныс булыуығыҙҙы, һүҙ менән генә түгел, аныҡ эштәр менән дә ярҙам итеүегеҙҙе онотмайбыҙ. Шуға әле, тәү сиратта, балаларға иғтибар бүлергә теләйбеҙ, уларҙы Ҡырым Республикаһында ҡабул итеү өсөн барыһы ла әҙер, ял һәм дауаланыу шарттары оҡшар, бай тәъҫораттар менән ҡайтырҙар, тип ышанабыҙ.

Ә иҡтисади бәйләнештәргә килгәндә, иманым камил - ул үҫешәсәк, шул иҫәптән Һеҙҙең менән беҙҙең шәхси дуҫлыҡ нигеҙендә лә. Һеҙгә ҙур рәхмәт.

Р. ХӘБИРОВ: Ҙур рәхмәт, Сергей Валерьевич!

Һеҙгә һәм рәсми делегацияға тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Ысын дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Бөгөн беҙҙә ярайһы ҡатмарлы ғына мәсьәлә, Һеҙҙең тәҡдим бик урынлы һәм мөһим.   

Мин Һеҙҙе Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым. Ошо награданы тапшырырға рөхсәт итегеҙ! 

<…>

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter