Обычный вид

Яңылыҡтар

16.01.2019 16:00:00

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе

 

16 ғинуарҙа  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе.  Унда төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүгә бәйле актуаль һорауҙар ҡаралды.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов ауыл-ҡала урамдарын яҡтыртыу системаһын камиллаштырыу программаһы  проекты менән таныштырҙы. Унда ҡатнашыу өсөн район-ҡала хакимиәттәре  тейешле документтар тултырырға, башҡарыласаҡ эш күләменең  хаҡын аныҡларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта сығымдарҙың 10 проценттан да кәмерәк булмаған өлөшө урындағы ҡаҙнанан финанслана. Юрий Палтусов белдереүенсә, программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2019  йылда республика бюджетынан 583,7 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Муниципаль бюджет өлөшөн ҡушҡанда был сумма 642 млн һумға етә. Аҡсалар нығытыу ҡорамалдарын монтажлау, электр үткәргестәре һуҙыу һәм яҡтыртҡыстар  урынлаштарыуға йүнәлтеләсәк. 2024 йылға тиклем республика тораҡ пунктарында  йәмғеһе  140 мең яҡтыртҡыс урынлаштырыу планлаштырыла.

– Электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу технологияларына өҫтөнлөк биреү мотлаҡ. Юғиһә, бюджетҡа өҫтәлмә көс төшәсәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары  Людмила Мизонова республикала эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын ябайлаштырыу һәм төбәктең инвестицион мөхитен яҡшырытыу  буйынса «юл карталарын» актуалләштереү планын тәҡдим итте. Ул Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған моделгә нигеҙләнгән.

2018 йылдың тәүге өс кварталы һөҙөмтәләрен барлағанда, Башҡортостанда маҡсатлы күрһәткестәрҙең 94 процентына ирешелгән.  Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары билдәләүенсә, «юл карталарын» яңыртыу федераль кимәлдәге яңы саралар өҫтәлеүе һәм  маҡсатлы күрһәткестәргә төҙәтмәләр индерелеү менән бәйле.

Хөкүмәт Президиумы ултырышында ҡаралған тағы ла бер һорау, 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған  матди ярҙамды алырға дәғүә итеүсе күп балалы ғаиләләр категорияһы киңәйеүгә бәйле.  Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт  һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников белдереүенсә, 2019 йылдан күләмле матди ярҙам бәлиғ булмаған һигеҙ бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә лә күрһәтеләсәк. Элек был хоҡуҡҡа туғыҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған  балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр эйә ине. Матди ярҙамды алыусылар һаны артыу сәбәпле, түләүҙәр өсөн йыллыҡ сығымдар 23,6 млн һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан Республикаһының финанстар министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Лира Иғтисамова  физик шәхестәргә мөлкәт һалымын  ваҡытында түләмәгән осраҡта пеня өҫтәү  ваҡытын  оҙайтыу  өсөн  республика законына  үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Мөлкәт һалымын түләмәүселәргә штрафты 2019 йылдың 1 июленән генә һалырға тәҡдим ителде.

– Был ваҡыт эсендә  граждандар үҙҙәренең бурыстарын аныҡлай ала һәм һалым хеҙмәтенә һорауҙары булһа, уны көйләргә мөмкинлек бирелә, – тине Лира Иғтисамова.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Людмила Мизонова моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө төбәк программаһын актуалләштереү мөһимлеге тураһында сығыш яһаны. Атап әйткәндә, исемлеккә  федераль проектҡа эләкмәгән Ағиҙел, Сибай һәм Межгорье ҡалаларын индерергә тәҡдим ителә. Был аҙым уларға ҡарата монобиләмәләргә ҡаралған ярҙам механизмдарын ҡулланырға мөмкинлек аса, ә 10 млн һумдан ашыу инвестиция йәлеп иткән проекттар  дәүләт ярҙамына дәғүә итә аласаҡ. Бынан тыш, монобиләмәләр өсөн  ҡала мөхите сифатын, социаль тармаҡты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса айырым өҫтөнлөклө шарттар ҡаралған.

Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса тәҡдим ителгән  бөтә проекттар ҙа Президиум ағзалары тарафынан хупланды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter