Обычный вид

Яңылыҡтар

17.01.2019 17:20:00

Радий Хәбиров «Сәләмәтлек сәғәте» үткәрҙе

17 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы «Сәләмәтлек сәғәтен» үткәрҙе. Кәңәшмәлә видеоконференция режимында район-ҡала хакимиәте башлыҡтары  һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Иң башта төбәк етәксеһе Сибай ҡалаһындағы хәл-вағиғаларға туҡталып үтте.

Сибайға ебәрелгән бер төркөм табиптарҙы етәкләүсе Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Енекеева видеобәйләнешкә сыҡты, ике көн эсендә белгестәр 350-нән ашыу кеше ҡабул итеүен, үпкә, тын юлдары сирҙәренә зарланыусылар һаны артмауын билдәләп үтте. Ҡала дауаханаһында һәм урындағы дарыуханаларҙа кәрәкле препараттарға ҡытлыҡ юҡ, тип белдерҙе.

– Әлеге шарттарҙа Сибай  халҡы медицина хеҙмәтләндереүе яғынан үҙҙәренә ҡарата айырым иғтибар барлығын тойорға тейеш. Уларға ваҡытында квалификациялы ярҙам күрһәтеү мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Министр урынбаҫары кимәлендәге етәкселәрҙең 1 февралгә тиклем Сибай ҡалаһында булыуҙарын һәм халыҡты ҡабул итеү буйынса бөтә эштәрҙе ойоштороуҙарын талап итәм. Табиптарға күренеү өсөн сираттарға юл ҡуймағыҙ. Кәрәк тип табылһа, өҫтәлмә ҡабул итеү кабинеттары асыу зарур.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы йәнә Сибайға Республика балалар клиник дауаханаһынан табиптар бригадаһын ебәрергә, киләһе аҙнанан бәләкәй пациенттар өсөн айырым ҡабул итеү кабинеттары ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетынан бер төркөм педиатрҙар Сибай ҡалаһына йүнәләсәк.

Социаль селтәрҙәр аша граждандар мөрәжәғәттәрен ҡабул итеүсе эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская тап һаулыҡ һаҡлау темаһына бәйле ялыуҙар тураһында бәйән итте. Улар Төбәк етәксеһенең шәхси аккаунтына ла, Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм ҡабул итеү идаралығына ла килә. Елена Прочаковская билдәләүенсә, социаль селтәрҙәрҙә Сибайҙағы экологик хәл буйынса фекер алышыуҙар әүҙем бара. Ә мөрәжәғәттәрҙең күбеһендә – тар йүнәлешле белгестәр һәм педиатрҙар етмәүе мәсьәләһе ҡабатлана. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән оператив хеҙмәттәшлек яйға һалынған, республикалағы хәлде тулыһынса аңлау бар һәм медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу буйынса аныҡ эштәр башҡарыла. Әлегә Башҡортостандың айырым райондарында халыҡҡа иң яҡын торған белгестәр – участка табиптары һәм фельдшерҙар етмәү мәсьәләһе актуаль ҡала.

 Кәңәшмә сиктәрендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин республикала яман шешкә ҡаршы көрәш буйынса алып барылған эштәр тураһында һөйләне.  Төп маҡсат-  онкологик сирҙе ваҡытында асыҡлау. Һуңғы биш йылда республикала  яман шештән вафат булыусылар һаны  артыуы күҙәтелә, кире динамикаға килтергән сәбәптәрҙең береһе – сирҙең бик һуң асыҡланыуы. Сифатлы диагностика кимәле, дөйөм ил күләмендәге уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, беҙҙең республикала түбән.

Шул уҡ ваҡытты 2018 йылда диагностика системаһын камиллаштырыу йәһәтенән мөһим саралар күрелә башланды. Мәҫәлән, Өфөлә колоректаль яман шеште заманса иммунохимик тестар ярҙамында асыҡлау проекты тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә бер йыл эсендә 6,8 мең пациент хәүеф төркөмөнә индерелгән. Тикшереүҙәрҙең икенсе этабында 200 яман шеш осрағы теркәлгән һәм 1,3 мең кешелә яман шешкә килтәре торған сирҙәр асыҡланған.

Шулай уҡ былтыр аналыҡ яман шешен иртә асыҡлау маҡсатында  республиканың 41 медицина ойошмаһы базаһында 94 мең ҡатын-ҡыҙ тикшерелгән. Һөҙөмтәлә 83 онкологик сир һәм яман шешкә алып килер 500 осраҡ асыҡланған.

Милләт сәләмәтлеген хәстәрләүсе иң күләмле сара – ул диспансеризация. Әммә ауыр сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау өсөн табиптарҙың компетентлыҡ кимәлен күтәреү мөһим – уларҙың аңдарына «онкоһағайыу» тигән төшөнсәне нығытыу зарур. Әлбиттә, флюорография, маммография кеүек заманса диагностика ҡорамалдары менән тәьмин ителеш тә мөһим. Эшкә комплекслы ҡараш булғанда ғына аныҡ һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.

«Һаулыҡ һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә артабан яман шешкә ҡаршы көрәш буйынса комплекслы программа булдырыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығышты тыңлағандан һуң иң мөһим бер-нисә  сараға диҡҡәт бүлергә саҡырҙы.

– Беҙҙең алда, беренсе сиратта, иң ябай бурыстар. Беренсел звенола сирҙәрҙе асыҡлыу кимәле бик түбән. Барыбыҙҙа аңлайбыҙ яман шеш төплө диагностиканы талап итә. Әммә тап «онкоһағайыу» тигән төшөнсәне ҡулланырға саҡырабыҙ икән, тимәк ул әле бик түбән кимәлдә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуның өсөн дә мин һәр бер табиптың «онкоһағайыу» менән эш итеү кимәлен арттырыу мәсьәләһен нисек хәл итергә мөмкин тигән һорауға яуап ишеткем килә.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ республикала медицина учреждениеларының онкологтар менән тәъмин ителеү күрһәткесе менән ҡыҙыҡһынды һәм киләһе «Сәләмәтлек сәғәтенә» ошо һорауға тулы яуап әҙерләүҙе талап итте.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфө районында медицина хеҙмәтләндереү кимәлен камиллаштарыу һорауы ҡаралды. Максим Забелин әйтеүенсә, Өфө районы халҡы квалификациялы медицина ярҙамын баш ҡалала  алырға ынтыла. Сөнки район халҡын тулыһынса хеҙмәтләндерер өсөн бөгөн һаулыҡ һаҡлау объекттары етмәй.

– Өфө райоы йылдам үҫешә, халыҡ һаны даими артып тора. Шуға күрә яңы поликлиника һәм өҫтәлмә фельдшер-акушер пунктары төҙөү – көн ҡаҙағындағы һорау, – тине министр вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин.

Өфө районы хакимиәте башлығы кәңәшмәлә видеобәйләнеш режимында ҡатнашты һәм муниципаль берәмек ике ФАП-ты тулыһынса урындағы ҡаҙна иҫәбенә төҙөйәсәген белдерҙе. Бынан тыш, әле эшләп килгән медпунктарҙа төҙөкләндереүҙәр талап ителә.  Тәҙрә, ишектәр алыштырыу, йылы бәҙрәфтәр эшләү һәм йыһаздарҙы яңыртыу ҙа район бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.

Радий Хәбиров яңы поликлиника төҙөү мәсьәләһен сираттағы «Төҙөлөш сәғәте»нең көн тәртибенә индерергә ҡушты.

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов аҡ халатлылар абруйын күтәреү буйынса ойошторлған мәғлүмәти кампания тураһында әйтеп үтте. Республика һәм район-ҡала баҫмаларында,  республика теле-, радиоканалдарында үҙ эшенә яуаплы ҡараған, фиҙәҡәр һәм тәжрибәле табиптар, шәфҡәт туташтары тураһында мәҡәләләр һәм сюжеттар әҙерләнә. Был эш артабан да дауам итәсәк.

– Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата позитив ҡараш тыуҙырыу, уларҙың хеҙмәтенең мөһимлеген пропагандалау бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter