Обычный вид

Яңылыҡтар

10.01.2019 19:25:00

Радий Хәбиров: Башҡортостандың һәр муниципалитетында үҙенсәлекле балалар өсөн шыршылар үткәрәбеҙ

Башҡортостандың һәр муниципалитетында үҙенсәлекле балалар өсөн яңы йыл шыршыларын үткәрәбеҙ. Республикала етәксеһе Башҡорт опера һәм балет театрында ошо хаҡта белдерҙе. Ул Хөкүмәттең һәм муниципалитеттарҙың социль эшкә, үҙенсәлекле балаларға, уларҙың ғаиләләренә, ауыр тормош хәлендәге кешеләргә, инвалидтарға йүнәлеш алғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Беҙҙә 63 муниципаль берәмек бар. Башлыҡтар менән үҙенсәлекле балалар, ата-әсәһе үҙенең бурысын үтәгәндә һәләк булғандар өсөн мотлаҡ рәүештә шыршы үткәрергә һөйләштек, – тине республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, республикабыҙҙа сит, ташландыҡ балалар булырға тейеш түгел. Минең фекерем шундай: беҙ уларға түгел, ә улар беҙгә күберәк бирә. Уларға ярҙам итеп, беҙ таҙарынабыҙ».

Радий Хәбиров хәйриә форматында тағы бер сара – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Принцессалар балы»н ойошторорға тәҡдим итте.

«Яҙмыш ҡушыуы буйынса әлегә шәп йүгерә алмаған, күп ваҡытын дауаханала уҙғарған ошо ҡыҙҙар ҙа үҙҙәрен принцесса итеп тойһон ине. Был беҙ башҡарырға ниәтләгән эштең өҫкө өлөшө генә», – тип билдәләне республика етәксеһе һәм тағы бер мөһим проектты – ҙур реабилитация үҙәге төҙөлөшөн телгә алып үтте.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Аксаков шыршыһын» ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән меценаттарға рәхмәт әйтте. Балалар спектакль ҡарағансы, билдәле балалар докторы Леонид Рошаль, абруйлы ҡунаҡтар һәм Башҡортостандың бизнес берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыу уҙҙы.

Йыйылыусылар һаулыҡ һаҡлау, балаларҙа ярҙам итеү, мәрхәмәтлек традициялары темаларын тикшерҙе. Бөгөн эшҡыуарҙарҙың проблемалары бик күп, уларҙың ысын күңелдән мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүҙәре, ярҙамға мохтаждарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙары бик мөһим, тип билдәләне доктор. Эшҡыуарҙарҙың һәр береһе ҡыҫҡаса үҙҙәренең предприятиелары ойошторған изге эштәр хаҡында һөйләне. Леонид Рошаль республикалағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.

«Һеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күренә. Яңы етәксегеҙгә бик ышанам. Ул йомшаҡ түгел, ҡаты кеше, һәм был дөрөҫ тә. Уға уңыштар теләйем», – тине Леонид Рошаль.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter