Обычный вид

Яңылыҡтар

29.12.2018 16:30:00

Радий Хәбиров: Башҡортостанда сүп-сар йыйған өсөн Волга буйы федераль округында иң түбән хаҡ билдәләнек

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Йәрмәкәй районы буйлап эш сәфәре Спартак ауылында башланды.

Бында республика етәксеһенә ауылда нисек сүп-сар йыйыуҙары хаҡында һөйләнеләр.

«Элек халыҡҡа сүп-сарҙы полигонға үҙҙәренә алып барырға тура килә торғайны, был төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Ләкин бына 10 йыл инде кешеләр сүп-сар айырым тоҡтарға йыя, сүп-сар ташыусы машина аҙнаһына бер тапҡыр килеп алып китә. Йыйған өсөн түләү һәр кешенән 48 һум тәшкил итә», – тип һөйләне урындағы ауыл Советы рәйесе Флүзә Ғәфүрова.

Уның һүҙҙәренсә, халыҡ сүп-сар йыйыуҙың ошондай тәжрибәһе менән ҡәнәғәт.

«Башҡортостанда сүп-сар йыйған өсөн Рәсәйҙә иң түбән тарифтарҙың береһен һәм Волга буйы федераль округында иң түбән тарифты билдәләнек», – тине Спартак ауылы халҡы менән аралашҡанда Радий Хәбиров.

Ул ауылда амбулаторияның, мәктәптең нисек эшләүе, йорттарҙа һыу тәьминәте һәм йылылыҡ менән бәйле проблемалар менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан етәксеһе студент йылдарында район һабантуйында көрәшеүен хәтеренә төшөрҙө.

«Сит райондан булғас, мине ярыштан алырға уйлағайнылар, ләкин аҙаҡ, кәңәшләшкәндән һуң, ҡалдырҙылар, ә финалда миңә урындағы көслө батыр ҡаршы сыҡты. Оҙаҡ ҡына көрәшкәндән һуң ул мәрәйҙәр буйынса еңеү яуланы һәм тәкә алды, ә мин икенсе урын һәм радиалғысҡа эйә булдым», – тип һөйләне Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter